+21 °С
Облачно
Новости
11 Февраля 2022, 07:19

Ҡандракүл тауҙарынан тюбингта шыуыу – файҙалы ла, күңелле лә

Мәғлүм булыуынса, февралдә «Айыҡ ауыл» бәйгеһенең республика этабы башанды. Ҡандракүл ауылы – муниципаль этабы еңеүсеһе - был бәйгегә әүҙем ҡушылды.

10 февралдә Ҡандракүл ауылы мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәре балалар өсөн матур спорт сараһы үткәрҙе.

Балалар тюбинг менән тауҙан шыуҙы. Бында төрлө спорт ярыштары, конкурстар ойошторолдо. Ҡандракүллеләр ғаиләләре менән күңелле ял итте.

Ысынлап та, ҡарлы тауҙан шыуып төшөү күңел күтәренкелеге бүләк итә һәм ҡыштың бер биҙәге булып тора. Һис шикһеҙ, бындай саралар ауыл халҡын берләштерә һәм уларҙың күңеленә хуш килде. 

 

 

Автор:Гаухар Фазуллина
Читайте нас