+14 °С
Облачно
Новости
10 Февраля 2022, 11:11

Туймазы үҙәк район дауаханаһының баш табибы район халҡына мөрәжәғәт итте

Ауырыу йоҡторғандарҙың артыуына бәйле урындағы дауахананың баш табибы Зәбир Ғиздәтуллин социаль селтәрҙә туймазыларға мөрәжәғәт баҫтырып сығарҙы.

Коронавирустың бишенсе тулҡыны йоғошло булыуы менән айырылып тора. Башҡортостанда йәшәүселәр ҙә «омикрон» менән сирләй.

Шуның менән бәйле Туймазы үҙәк район дауаханаһының баш табибы Зәбир Ғиздәтуллин халыҡҡа мөрәжәғәт итте. Социаль селтәрҙә ул сиргә ҡаршы нисек көрәшеү кәрәклеге тураһында яҙып сыҡты. Табип халыҡты битлек кейергә, социаль дистанцияны һаҡларға, санитайзерҙар ҡулланырға һәм кеше күп йөрөгән урындарҙа йөрөмәҫкә саҡырҙы.

- Прививка ауырыуҙың ауыр формаларынан һаҡлай, һеҙҙең һәм яҡындарығыҙҙың һаулығы өсөн хәүефте кәметә, - тип билдәләне Зәбир Ғиздәтуллин.

 

Автор:Гаухар Фазуллина
Читайте нас