+7 °С
Облачно
Новости
9 Февраля 2022, 10:35

Баймаҡта Башҡорт аты музейы ойошторола

Башҡортостандың Күсемһеҙ мәҙәни мираҫ объекттарын һаҡлау һәм файҙаланыу буйынса ғилми-етештереү үҙәге директоры Данир Ғәйнуллин хәбәр итеүенсә, Башҡорт аты музейы «Ирәндек» тарихи-археологик һәм ландшафт музей-ҡурсаулыҡ экспозицияһының бер өлөшө була. Кисә Баймаҡ районы башлығы Фәнис Әминев ҡатнашлығында ошо һәм башҡа проекттар тикшерелде.

Добавить в предпочтительные источники Google

 

«Баймаҡ ҡалаһындағы «А. Ф. Кабанов йорто» архитектура ҡомартҡыһында тарихҡа тиклемге осорға арналған музей экспозицияһы, шулай уҡ музей-ҡурсаулыҡтың административ өлөшө урынлашҡан. Музейҙың экспозицияһын яңыртырға һәм киңәйтергә ниәтебеҙ бар. Бында Башҡорт аты музейын булдырабыҙ. Әҙерлек эшен хәҙерҙән үк башлайбыҙ», — тине Данир Ғәйнуллин.

Ғилми хеҙмәткәрҙәр әҙерләгән концепцияны йыл дауамында тормошҡа ашырырға уйлайбыҙ.

«Ирәндек» тарихи-археологик һәм ландшафт музей-ҡурсаулығында кадрҙар ҙа үҙгәрҙе. Хәҙер Баймаҡ районында Рәмил Насретдинов етәкселегендә өмөтлө йәш белгесебеҙ Венер Нәбиев эшкә тотона. Ул Кабановтар йортонда экспозиция залдарын булдырыу, «Ирәндек» музей-ҡурсаулығы биләмәһен күҙәтеү һәм экскурсиялар ойоштороу өсөн яуаплы», —  тип билдәләне Ғәйнуллин.

Автор:Гаухар Фазуллина
Читайте нас