+18 °С
Дождь
Новости
8 Февраля 2022, 11:06

Туймазыла «Өлгөлө башҡорт ғаиләһе - 2022» асыҡ республика конкурсының зона этабы уҙҙы

8 февралдә Туймазыла «Өлгөлө башҡорт ғаиләһе - 2022» асыҡ республика конкурсының зона этабы уҙҙы.

Ауыр эпидемиологик хәл килеп тыуыу сәбәпле, конкурсты онлайн форматта уҙғарырға хәл иттеләр. Шаран, Баҡалы, Әлшәй, Бәләбәй һәм Туймазы райондарынан туғыҙ ғаилә жюри хөкөмөнә үҙҙәренең һәләттәре һәм йолалары тураһында туған телдәге видеороликтар тәҡдим итте. Һәр ғаилә тарихы үҙенсә ҡыҙыҡлы булды. Мәҫәлән, Бәләбәйҙән Эльмира Маликова Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан олатаһы Исмәғил Ғүмәров хаҡында һөйләне. Эльмираның атаһы солоҡсо булған, әсәһе – шәп ҡул оҫтабикәһе. Эльмира башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары кәсептәрене йолаларын һәм ғөрөф-ғәҙәттәре тураһында һөйләне. Эльмира Маликова тәмле бауырһаҡтар бешерә.

Благовар районынан Шафиҡовтар ғаиләһендә биш бала тәрбиәләнә. Ғаилә башлығы Рафаэль Әлимбай улы баянсы-аккомпаниатор булып эшләй, ҡатыны урындағы ашханала хеҙмәт итә. Ғаилә ағзалары халыҡ йырҙарын башҡарырға ярата.

Туймазыла Дамир һәм Әлфиә Хәлитовтарҙың ғаиләһе барыһына ла билдәле. 2017 йылдан улар «Сәфәр» өлгөлө хореография ансамбле етәкселәре булып эшләй. Шулай уҡ бейеү менән мауыҡҡан ул һәм ҡыҙ тәрбиәләй улар. Дамир Хәлит улы республика буйынса бик күп бейеүҙәр ҡуйған хореограф. Уның авторлыҡ эштәре күп тапҡырҙар бөтә Рәсәй һәм халыҡ-ара конкурстарҙа призлы урын яулаған.

Тапшырылған видеороликтарҙы баһалап, жюри йомғаҡ яһаны. «Ғаилә ҡиммәттәре» номинацияһында Туймазы районынан Вәлитовтар ғаиләһе еңеүсе булды. «Ғаилә ижады» номинацияһында Туймазынан Ибраһимовтар ғаиләһе иң яҡшылары тип танылды. «Ғаилә йолалары» номинацияһында Бәләбәйҙән Маликовтар ғаиләһе еңеү яуланы.

Был конкурстың төп маҡсаты - ғаиләлә халыҡ мәҙәниәтен, туған телде һәм рухи традицияларҙы һаҡлауҙы һәм үҫтереүҙе дауам итеүҙәрен күрһәтеү, - ти Туймазы районының мәҙәниәт бүлеге начальнигы Рәмзин Әпсәләмов. - Районыбыҙҙа ошондай ғаиләләрҙең күп булыуы ҡыуандыра. Хәҙер еңеүселәр конкурстың республика этабында төп приз өсөн көрәшәсәк. Бәйге ағымдағы йылдың мартында үтәсәк.

Автор:Гаухар Фазуллина
Читайте нас