Ялған террорсының Күмертау ҡалаһынан шылтыратҡанлығы билдәле. Махсус хеҙмәттәр хәбәрҙе иғтибарһыҙ ҡалдырманы һәм сауҙа үҙәген эвакуацияланы. Бынан һуң улар эттәр менән барлыҡ биналарҙы тикшерҙе. Шартлатҡыс матдәләр табылмаған.
Хәүефле шаяртыуҙары өсөн егеткә 5 йылға тиклем төрмә янай. Бынан тыш, уға сауҙа үҙәгендә ялған саҡырыу арҡаһында ойошторолған махсус саралар өсөн түләргә тура киләсәк.