+16 °С
Облачно
Новости
7 Февраля 2022, 11:09

Республикала мосолмандар өсөн мобиль ҡушымта әҙерләгәндәр

Дөйөм цифрлаштырыу дини өлкәне лә урап үтмәне.

Пандемия шарттарында, мәсеткә йөрөргә кәңәш ителмәй, мосолмандарҙың Диниә назараты мобиль ҡушымта әҙерләгән. Дин тотоусылар яңы интернет-сервис ярҙамында намаҙҙың теүәл ваҡытын белә, файҙалы яңылыҡтарҙы уҡый ала.

Шулай уҡ ҡушымтаның функцияһына иғәнәләр һәм кире бәйләнеш өсөн бүлектәр, мәсеттәр менән карта индерелгән. Тиҙҙән ҡушымтаға китаптар, аудио, хәләл пункттарының картаһы өҫтәләсәк.

Автор:Гаухар Фазуллина
Читайте нас