+25 °С
Облачно
Новости
1 Февраля 2022, 11:51

Рәсәйҙең баш кинологы берәҙәк эттәр көтөүенән нисек ҡотолоу хаҡында һөйләне

Илдең Кинология ойошмалары союзы президенты Владимир Уражевский эттәр һөжүм иткән осраҡҡа нимә эшләргә икәнен аңлатты.

Эттәр төркөмө илдең төрлө төбәгендә йәшәүселәрҙе ҡурҡытыуын дауам итә. Кинолог Владимир Уражевский эттәр һөжүм иткән осраҡта хужаһыҙ хайуандарға нисек ҡаршы тороу тураһында һөйләне.
Тәү сиратта эттәр эргәһендә артыҡ хәрәкәттәр яһарға кәрәкмәй. Әгәр эттәр һеҙгә йүнәлһә, арҡа менән ҡоймаға боролорға йәки ағасҡа менергә тырышырға кәрәк. Ярҙамға саҡырырға оялмағыҙ.
Сумкағыҙ йә пакетығыҙ булһа, уны башығыҙ өҫтөнә күтәрегеҙ – ғәҙәттә был осраҡта эттәр ҡурҡып ҡаса. Хайуандарҙы ҡурҡытыр өсөн хушбуй йәки борос баллоны ярҙам итәсәк.
Уражевский интервьюһында шулай уҡ, берәҙәк эттәр кешеләргә бөтөнләй һөжүм итергә тейеш түгел, тип белдерҙе. Бының өсөн ул законды үҙгәртергә һәм төрлө төбәктәрҙә күберәк приюттар асырға тәҡдим итә.

Автор:Гаухар Фазуллина
Читайте нас