+21 °С
Облачно
Новости
1 Февраля 2022, 12:01

Ҡандра ауылында бесәйҙәр өсөн «сыйырсыҡ ояһы» барлыҡҡа килде

Уны ошо ауылда йәшәгән Иван һәм Резеда төҙөгән. Был өйҙә бөтә нәмә бар: аш-һыу, йомшаҡ келәм һәм стеналар.

"Бөтә бесәйҙәрҙе лә өйөңә алып ҡайтып булмай, был хәлдән сығыу юлы иде. Йылы булһын өсөн, бесәйҙәр өсөн өйҙө аш бүлмәһенең тәҙрәһенә беркеттеләр. Ул бер кемгә лә ҡамасауламай, күршеләр ҙә зарланмай. Хәҙер һыуыҡтарҙа һәм бурандарҙа бәләкәй берәҙәктәргә һалҡындан һәм елдән йәшенерлек урын бар", - ти ир менән ҡатын. Ғаилә һүҙҙәренсә, улар урамда ҡалған бесәйҙәргә эш хаҡының яртыһын тотона: ашаталар, дауалайҙар.
Өй бер ҡасан да буш тормай - бесәйҙәрҙе бында әллә аҙыҡ, әллә изгелек еҫе алып килә.

Автор:Гаухар Фазуллина
Читайте нас