+17 °С
Дождь
Новости
22 Декабря 2021, 12:22

Мәктәптә бомба?

Интернет селтәрендә Өфөнөң 10 уҡыу йортонда бомба һалыныуы хаҡында хәбәрҙәр бар. Өс белем биреү учреждениеһында: 91-се гимназияла, 1-се лицейҙа, 61-се мәктәптә эвакуация раҫланды.

Белем биреү учреждениеларынан кешеләрҙе сығаралар. Урынға ҡотҡарыусылар килә. Кәм тигәндә ун мәктәптә дәрестәр туҡтатылған. Балаларҙы тышҡа сығарҙылар. Байтаҡтарҙың рюкзактары һәм портфелдәре бинала ҡалған. Уҡыусыларҙың ата-әсәләренә балаларын мәктәптән тиҙ арала алырға тура килде.

Шулай уҡ Өфө дәүләт авиация техник университетында һәм университеттың дөйөм ятағында эвакуация булды. Студенттарҙы бөгөн дәрестәр булмай тип иҫкәрттеләр.

Шул иғтибарға лайыҡ: Өфө - белем биреү учреждениеларына "мина һалыныуы" тураһында таралған бер генә ҡала түгел. Ошо көндәрҙә Төмәндә, Пермдә һәм илдең башҡа ҡалаларында эвакуациялар уткән.

 

Автор:Гаухар Фазуллина
Читайте нас