+14 °С
Облачно
Новости
15 Декабря 2021, 10:26

Ғүмерҙе ҡотҡарыусы яҡтылыҡ

Әгәр юл аша сыҡһағыҙ, ҡараңғы ваҡытта йәки насар күренеү шарттарында юлдың ситенән барһағыҙ, мотлаҡ яҡтылыҡты кире ҡайтарыусы элементтар менән файҙаланығыҙ.

Улар ҡала ситендәге юлдарҙан йөрөүсе йәйәүлеләрҙә лә булырға тейеш, водителдәр өсөн дә мотлаҡ элемент ул. Ошо хаҡта Юл хәрәкәте ҡағиҙәләренең 4.1 пункты һөйләй.

Ныҡлап ҡар яуғанда йәки эңерҙә йәйәүлеләр күренмәй тиерлек. Юл-транспорт ваҡиғаһы хәүефе арта, шуға күрә кейемдәге яҡтылыҡты кире ҡайтарыусы элеменнтар тура мәғәнәлә ғүмерҙе ҡотҡара ала.

 

 

Автор:Гаухар Фазуллина
Читайте нас