Конституцияны айырым бүлектәре түгел, уны тулыһынса уҡырға кәрәк, тип аңлатты Анна Казак.
«Рәсәй Федерацияһы субъекттар менән бергә халыҡҡа үҙ һаулығын һаҡлау буйынса мәҙәниәтте тәрбиәләргә тейеш. Рәсәй Федерацияһы Конституцияһының 55-се статьяһы дәүләткә йәмғиәттең һаулығын һаҡлау өсөн кәрәк булһа, ниндәйҙер сикләү саралары индереү хоҡуғы бирә», - тине республиканың баш санитар табибы.