Каринэ Хәбирова үҙенә бүләк ителгән сәсәкәләрҙе табиптарға һәм дауахана пациенттарына бүләк итеүен һөйләне.
Каринэ Хәбирова һүҙҙәренсә, уның тыуған көнөндә сәскәләр күп була. Күптәр белмәй, бүләк ителгән гөлләмәләрҙе ул дауаханаларға тапшыра. Ә быйыл ул Өфө хосписының бәләкәй пациенттранын шатландырырға тәҡдим итә.
«Был сәскәләр ғүмерлеккә уларҙың тормошонда ҡаласаҡ!» - тип яҙған Каринэ һәм, был уның өсөн тыуған көнөнә иң яҡшы ҡотлау һәм бүләк буласаҡ, тип өҫтәгән.
Сәскә алырға планлаштырылған сумманы https://ufahospice.ru/help/need-help/karine-khabirova һылтанма буйынса күсерергә була. Каринэ вәғәҙә итеүенсә, шатлыҡ таратыу тураһында отчет баҫыласаҡ, ә сәскәләрҙең ҡайһы берҙәрен үҙе таратасаҡ.