+20 °С
Облачно
Новости
25 Ноября 2021, 11:28

Һарайлы-Мең вариҫтары үҙ календарын сығарҙы

Мең — башҡорттоң иң ҙур, ҡеүәтле ырыуҙарының береһе. Уның вәкилдәре XVII — XIX быуаттарҙа Дим буйҙарын тотошлай биләп йәшәгән. Шулай уҡ уларҙың аҫаба ерҙәре Өршәк йылғаһы буйҙарында, Ҡандракүл менән Асылыкүл араһында, Сәрмәсән йылғаһы үрендә була. Раил Кузеев меңдәрҙең ете төп ырыу бүлеме барлығын билдәләй: Мең, Ил-Күл-Мең, Ҡырҡөйлө-Мең, Ҫыба-Мең, Меркет-Мең, Ҡыбау-Мең, Ҫарылы-Мең (Һарайлы-Мең).

Мең ырыуы башҡорттары нигеҙләгән ауылдар хәҙерге Әлшәй, Ауырғазы, Бишбүләк, Благовар, Бүздәк, Благовещен, Дәүләкән, Иглин, Ҡырмыҫҡалы, Миәкә, Стәрлетамаҡ, Өфө, Шишмә райондарында урынлашҡан. Шулай уҡ, тарихсы Азат Ярмуллиндың яҙмаларында билдәләнеүенсә, «әлеге Татарстандың Минзәлә ере борон-борондан Байлар, Гәрәй, Юрмый, Бүләр, Ирәкте, Йәнәй һәм Һарайлы-Мең ырыуы башҡорттарының аҫаба ерҙәрен тәшкил иткән». Ошондай мәғлүмәт тә бар: «Һарайлы-Мең ырыуы вариҫтары Татарстандың Сарман һәм Туҡай райондарында ла йәшәй, әммә улар совет осоронда ассимиляцияға дусар булған».

Билдәле булыуынса, республикабыҙҙың Благовар районында Һарайлы ауылы бар. 2002 йылғы иҫәп алыу мәғлүмәттәре буйынса, унда башҡорттар өҫтөнлөк иткән (95 процент). Һарайлы-меңдәрҙең аҫаба ерендә урынлашҡан ул. Ауылда 2012 йылда Ҡәнзәфәр бей исемендәге «Һарайлы» тарихи-мәҙәни үҙәге лә асылды.

Һарайлы-меңдәрҙең тағы ла бер сағыу төйәге — Бишбүләк районындағы Айыт. Ошо ырыу башҡорттарының иң ҙур ауылы ул.

Һарайлы-Мең вариҫтары тамырҙарын тергеҙеүгә, һаҡлауға, киләсәген булдырыуға, шәхестәренең исемен мәңгеләштереүгә күп көс һала. Быйыл ғына ошо маҡсатта әллә күпме эш атҡарылды. Мәҫәлән, Бишбүләк районында үтә ҡыҫҡа, әммә сағыу тормош юлы үткән шағир Ярлы Кәримгә арналған саралар серияһы уҙҙы. Шишмәлә легендар Ҡәнзәфәр бейгә бюст ҡуйылды.

Күптән түгел йәнә һөйөнөслө ваҡиға булды: Һарайлы-Мең вариҫтары 2022 йылға үҙҙәренең махсус календарын сығарҙы. Унда ырыуҙың арҙаҡлы вәкилдәре — Ҡәнзәфәр бей һәм Ярлы Кәрим — тураһында ла мәғлүмәт бирелгән.

Ошондай баҫмалар, һис шикһеҙ, кәрәк: тәү сиратта быуындар араһындағы сылбырҙы нығытыу, йәш быуында илһөйәрлек тойғоһон көсәйтеү өсөн. Ошо йәһәттән Һарайлы-Мең вариҫтарының күркәм өлгө күрһәтте. Афарин!
_________
🌐 Вышел в свет календарь на 2022 год сарайлы-минцев

Потомки рода Сарайлы-Мин очень много делают для сохранения своих корней, увековечения памяти знаменитых сородичей. Например, в этом году в Бижбулякском районе прошла серия мероприятий, посвященных поэту Ярлы Карим, который прожил короткую, но яркую жизнь. В Чишминском районе увековечили имя легендарного Канзафар-бия - открыли бюст.

А в недавнем времени вышел в свет календарь на 2022 год сарайлы-минцев. На нем размещена информация об известных представителях рода - Канзафар-бие и поэте Ярлы Карим.

источник - https://vk.com/kurultaibashkir?w=wall-109622739_43564

Автор:Гаухар Фазуллина
Читайте нас