+20 °С
Дождь
Новости
8 Ноября 2021, 11:50

Милли проекттар быйыл нисек тормошҡа ашырылған?

Был турала кәңәшмәлә Илшат Тажетдинов һөйләне. 

Бөгөн Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмәлә Хөкүмәт Премьер-министры урынбаҫары Илшат Тажетдинов республикала милли проекттарҙы тормошҡа ашырыу һөҙөмтәләре һәм йыл аҙағына тиклем ҡуйылған мәсьәләләр тураһында һөйләне.

2021 йылда республикала 45 төбәк проектты тормошҡа ашырыу сиктәрендә 148 маҡсатлы күрһәткесте үтәү күҙаллана.

Уларҙың туғыҙ ай эсендә:

31 күрһәткесе – тулыһынса үтәлгән;

107 күрһәткес – йыл аҙағына тиклем үтәләсәк;

10 күрһәткес – ҡуйылған срокта үтәлмәүе ихтимал.

– Был күрһәткестәр йыл эсендәге яман шеш менән сирләүселәрҙең үлем иҫәбен, шулай уҡ республика халҡының  табиптар менән тәьмин ителешен һәм яңы тыуған балаларҙың үлем осрағын үҙ эсенә ала. Республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы был күрһәткестәр буйынса планлаштырылған маҡсаттарға өлгәшеү өсөн өҫтәмә саралар ҡабул итә, – тине ул.

Йыл эсендә республикалағы милли проекттарҙы финанслау күләме 29 млрд. һум тәшкил иткән. Шуларҙың: 20,5 млрд. һумы – федераль бюджеттан (70,7%), 8,5 млрд. һумы – республика бюджетынан (29,3%). Быйылғы йылдың 1 ноябренә ҡарата касса үтәлеше күләме 19,3 млрд. һум, йәғни йыл планына ҡарата 66,5% тәшкил итте. Федераль аҡсалар буйынса – 14,1 млрд. һум, йәғни 68,8%, Башҡортостан Республикаһы бюджеты буйынса – 5,2 млрд. һум, йәғни 61%. Урындағы бюджетҡа бюджет-ара трансферттар күләме  11 млрд. һум тәшкил итә. Был аҡсаларҙың яҡынса 96 проценты ике милли проектҡа тура килә: улар – «Торлаҡ һәм ҡала мөхите» (6,9 млрд.һум) һәм «Хәүефһеҙ һәм сифатлы юлдар» (3,6 млрд.һум).

Илшат Тажетдинов быйылғы төп күрһәткестәрҙе атаны. Мәҫәлән, “Демография” милли проекты буйынса 64 меңдән ашыу ғаиләгә, яңы тыуған балалар менән бәйле айлыҡ пособиелар түләнде, республиканың спорт мәктәптәре өсөн алты микроавтобус һатып алынды.

Һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә – республика онкодиспансеры, шулай уҡ онкология бүлектәре һәм төбәктәге ҡан тамырҙары үҙәктәре 43 берәмек яңы ҡорамал менән тәьмин ителде, Өфө ҡалаһының 32-се поликлиникаһы, Мәсәғүт үҙәк район дауаханаһы, Сибай һәм Салауат ҡала дауаханалары базаларында яман шеш менән сирләүселәргә   амбулатор ярҙам күрһәтеүсе дүрт үҙәк сафҡа индерелде.

Мәғариф өлкәһендә  – “Үҫеш нөктәһе” тип исемләнгән тәбиғи-фәнни һәм техонология йүнәлешендәге 207 үҙәк асылды, Стәрлетамаҡ ҡалаһында “Кванториум” технопаркы булдырылды. Дүрт урта һөнәри белем биреү учреждениеларында заманса материаль-техник базалы  20 оҫтахана барлыҡҡа килде.

Мәҙәниәт өлкәһендә –  12 мәҙәниәт учреждениеһына реновация үткәрелде, өс заманса моделле китапхана асылды (Ҡариҙел, Күгәрсен һәм Саҡмағош райондары),  дүрт автоклуб һатып алынды (Ҡырмыҫҡалы, Стәрлетамаҡ, Асҡын, Дыуан райондары).

Инфраструктура милли проекттары буйынса – 82 йәмәғәт биләмәһе төҙөкләндерелде, бәләкәй ҡалаларҙа уңайлы мөхит булдырыу буйынса Бөтә Рәсәй конкурсында еңеп сыҡҡан дүрт проект тормошҡа ашырылды (Дүртөйлө, Яңауыл, Мәләүез ҡалаларында һәм Краснокама районының  Николо-Березовка ауылында), шулай уҡ  180 км. автомобиль юлдары ремонтланды.  Өфө ҡалаһының Киров районында Воровский урамы киҫелешенән  Ағиҙел йылғаһы аша һалынған күперҙе реконструкциялауҙың беренсе этабы тамамланды.

2 млн квадрат метр торлаҡ сафҡа индерелде, йәшәү өсөн яраҡһыҙ тип табылған 14 мең 960 квадрат метр торлаҡ майҙанынан күсереү эштәре ойошторолдо (2021йылға план – 9 560 кв.м.), Дыуан районында ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтары полигоны һәм сүп-сар сортировкалау цехы төҙөлдө.

Иҡтисади үҫеште тәьмин итеү маҡсатында Октябрьский һәм Стәрлетамаҡ ҡалаларында өҫтәмә рәүештә эшҡыуарҙар өсөн  “Минең бизнес” үҙәге асылды,  бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡтың 80 субъекты етештергән продукция экспортҡа сығарылды, 1160-тан ашыу  социаль-әһәмиәтле объекттар “Интернет” селтәрҙәренә  тоташтырылды (үҫеп барған һөҙөмтәләр буйынса, барлығы – 3077),  “Хеҙмәт етештереүсәнлеге” милли проектын тормошҡа ашырыуға  тағы ла 12 предприятие йәлеп ителде (йәмғеһе –118), етештереү процестарын оптимизациялау маҡсатында 24 ағым-үрнәк булдырылды (йәмғеһе – 54) һәм башҡалар.

– Йыл аҙағына тиклем йәмәғәт өсөн әһәмиәткә эйә булған түбәндәге һөҙөмтәләргә өлгәшеү планлаштырыла: Салауат районының Янғантау ауылында 190 урынлыҡ балалар баҡсаһын, Нефтекама ҡалаһының 24-се микрорайонында – 1225 урынлыҡ, Өфө районы Булгаков ауылындағы 825 урынлыҡ мәктәптәр төҙөп бөтөү һәм сафҡа индереү; Өфө һәм  Салауат ҡалаларында, Өфө һәм Иглин райондарында төп магистраль урамдарҙы һәм объекттарҙы төҙөү, реконструкциялау һәм капиталь ремонтлау эштәрен дауам итеү; Стәрлетамаҡ ҡалаһында балалар өсөн «IT-куб» һанлы белем биреү үҙәген ойоштороу; Ҡариҙел районының Яугилде ауылында күп функциялы мәҙәниәт йортон эксплуатацияға тапшырыу; йәнә ете заманса моделле китапханалар асыу (Учалы, Стәрлетамаҡ, Дыуан, Иглин, Ҡыйғы, Салауат һәм Ишембай райондарында); Республика балалар онкологияһы һәм гематологияһы үҙәген төҙөй башлау (Республика балалар клиник дауаханаһы эргәһендә); Бөрө үҙәк район дауаханаһы базаһында яман шеш менән сирләүселәргә амбулатор ярҙам күрһәтеү үҙәге асыу; ҡалған 64 йәмәғәт территорияларын төҙөкләндереү эштәрен тамамлау һәм бәләкәй ҡалаларҙа һәм тарихи биләмәләрҙә  уңайлы мөхит булдырыу буйынса Бөтә Рәсәй конкурсында еңеп сыҡҡан туғыҙ проектты тормошҡа ашырыу, – тине ул.

Фото: pravitelstvorb.ru

Автор:Гаухар Фазуллина
Читайте нас