

Туймазы ҡала паркында һигеҙ башҡорт ырыуы вәкилдәре күп йүнәлешле көс бәйгеһендә Еңеүсе шлемы өсөн көрәште. Ярыштарҙы ойоштороусы - Бөтә Донъя башҡорттары ҡоролтайы – заманса көрәш өлөштәрен өҫтәп, башҡорт ырыуҙарының элекке бәйге-уйындарын тергеҙергә ҡарар итте. Ярыш программаһында: һабан туйҙарында киң таралған арҡан тартышыу, суҡмар сөйөү, тарт-эт һәм әлегә яңы (дөрөҫөрәге,онотолған боронғо) йәйәнән уҡ атыу, бүрәнә әйләндереү, төргәк-түктәрҙе тәгәрәтеү.