+18 °С
Ясно
Новости
20 Октября 2021, 09:37

Рок тиһеңме?

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты ағзаһы, билдәле шағирә, тәржемәсе, журналист Лариса Абдуллина Башҡорт ырыуҙары ҡоронда Туймазы районындағы Башҡорт тарих-мәҙәниәт үҙәге баш белгесе, “Без башҡортлар” хәрәкәтенең ағзаһы, рок- музыкант Альберт Исмаилға бағышлап яҙған шиғырын уҡып ишеттерҙе. Һеҙгә лә ошо шиғырҙы тәҡдим итәбеҙ.

БАШҠОРТ ҠАНЫ


Тамырҙарҙа башҡорт ҡаны аҡһа,
Булһа хатта тамсы бөртөгө,
Бүҫкәрер ҙә тарих шәжәрәңде,
Бар ғәләмгә сисер сер йөгөн.

Урал тигән саҡта һин тоҡанһаң,
Уҡ-һаҙаҡлы булһа булмышың,
Баррель нимә? Рух ҡеүәте менән
Кем ярыша ала, уҙышып?

Рок тиһеңме? Шул уҡ рух бунты ул!
Йәндең ихтилалы ил өсөн!
Юғалтыуҙар була, иң ҡиммәте -
Үҙ-үҙеңде табыу ир өсөн!

Башҡорт итеп әгәр Күктәр һине
Ебәргәндәр икән был ергә,
Ватан өсөн беҙгә ант итергә!
Аллаһ өсөн ғүмер бирергә!

Аһ азатлыҡ рухы!
Кеше булыу хисе!
Урал булғас изге ватаның,
Тамсы башҡорт ҡаны аҡҡанда ла
Милли асыл ҡалыр һаҡланып!

Автор:Гаухар Фазуллина
Читайте нас