Башҡортостандың Мәғариф һәм фән министрлығы мәктәптәге көҙгө каникулдар ваҡыты күсереләсәк тигән мәғлүмәт ялған тип белдерҙе.
Каникулдар календарь уҡыу графигы буйынса үтәсәк. Сиректәр буйынса уҡыусыларға ул 29 октябрҙән 5 ноябргә тиклем дауам итәсәк. Триместрҙар режимында эшләгән мәктәптәргә сираттағы көҙгө каникулдар 15 ноябрҙән 20-һенә хәтле буласаҡ.