Башҡорт дәүләт университеты хеҙмәткәрҙәре Башҡортостан Башлығы грантына республиканың төньяҡ-көнбайыш райондарында диалектологик экспедиция материалдарын һәм төньяҡ-көнбайыш башҡорттарының фольклор яҙмаларын йыйыу, туплау һәм йыйынтыҡ сығарыу буйынса проект өҫтөндә эшләне.
Кисә «Родина” мәҙәниәт йортонда йыйынтыҡтарҙың исем туйы үтте. Сараға район ҡоролтайы вәкилдәре, башҡорт теле уҡытыусылары, мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре йыйылды.
Презентацияны мәҙәниәт бүлеге начальнигы Рәмзин Әбсәләмов асты.
"Китаптар беҙҙең төбәк өсөн дә бик кәрәк, бында беҙҙең районында йәшәүсе кешеләр тел, диалект тураһында үҙ фекерҙәре менән таныштыра. Ошондай тикшеренеү эштәре артабан да булыр тип ышанабыҙ", - тине Рәмзин Рәфҡәт улы.
Туймазы ҡалаһындағы Башҡорт тарихи-мәҙәни үҙәге етәксеһе Альберт Исмаил районда ғына түгел, күрше райондарҙа ла ойошторолған төрлө саралар, осрашыуҙар, шул иҫәптән шәжәрә төҙөү серҙәре тураһында һәйләне.
Ғалимдар был эште башҡарғанда башҡорт теленең төньяҡ-көнбайыш диалектының лингвистик торошо, төбәктәге фольклор үҙенсәлектәре өйрәнелгән. Проект нигеҙендә "Башҡортостан Республикаһының төньяҡ-көнбайыш райондарына диалектологик экспедиция материалдары", "Төньяҡ-көнбайыш башҡорттарының фольклор текстары" тигән ике йыйынтыҡ барлыҡҡа килгән.
Ул көндө шулай уҡ Рәмзин Әбсәләмов ҡунаҡтарҙы Юлай Ғәйнетдиновтың “Ҡурай һәм ҡурайсы” китабы менән дә таныштырҙы.