Алдан хәбәр итеүебеҙсә, бөгөн төндә Ырымбур өлкәһенең Гай ҡалаһында ҡот осҡос фажиғә була. Өс студент ҡыҙҙың мәйете табыла.
Республика Башлығы Радий Хәбиров Баймаҡ һәм Күгәрсен райондары хакимиәттәре етәкселәренә Ырымбур өлкәһендә үлтерелгән ҡыҙҙарҙың ата-әсәләренә бар яҡлап ярҙам күрһәтергә ҡушты.
- Ата-әсәләре ни кисергәнен күҙ алдына ла килтерә алмайым. Ҡот осҡос фажиғә. Хәҙер уларҙың ғаиләләренә бар яҡлап ярҙам күрһәтеү бик мөһим, - тине Радий Хәбиров.
Әйткәндәй, ҡыҙҙарҙың шәхестәре асыҡланды. Улар - Баймаҡ районынан 17 йәшлек Айгизә Өмөтҡолова, 19 йәшлек Зөлфиә Санкина һәм Күгәрсендән 18 йәшлек Әдилә Кәримова.
"Башҡортостан" гәзите.