Олег Ғайсин билдәләүенсә, ул Туймазы районында һәм тотош республикала алға китеш проекттары өсөн тауыш биргән.
Ғайсин билдәләүенсә, уның фекере менән күп кеше килешә. Хәбиров командаһы "Туймазы автобетоновоздар заводы" асыҡ акционерҙар йәмғиәте базаһында яңы технопаркты асыу өсөн бик күп эш башҡара. Индустриаль колледж директоры әйтеүенсә, колледж студенттары был заводта производство практикаһы үтә. Яңы ҡорамалдар, яңы технологиялар, эшсе һөнәрҙәрҙең популярлығы - быларҙың барыһы ла туранан-тура партия алып барған сәйәсәт арҡаһында.
- "Берҙәм Рәсәй" кешеләр өсөн эшләй, - тине Ғайсин. - Депутаттарға ҡала, республика һәм ил мәнфәғәтендә эштә уңыштар теләйем.