+16 °С
Облачно
Новости
16 Сентября 2021, 09:50

Туймазы районы ветеринарҙары автомобиль отто

Ошо көндәрҙә республиканың ветеринария хеҙмәттәре араһында ведомство конкурсына йомғаҡ яһалды. Туймазы районы һәм Октябрьский ҡалаһының ветеринария станцияһы унда беренсе урын яуланы.

 Ошо көндәрҙә республиканың ветеринария хеҙмәттәре араһында ведомство конкурсына йомғаҡ яһалды. Туймазы районы һәм Октябрьский ҡалаһының ветеринария станцияһы унда беренсе урын яуланы.

Бөгөн станцияның 40 ветеринария белгесе 23505 баш һыйыр малы, 12500 һарыҡ, 1500 ат, 182 сусҡа һәм 5187 бал ҡорто күсен хеҙмәтләндерә. Туймазы белгестәре хәүефле сирҙәрҙе иҫкәртеү буйынса бөтә саралар комплексын юғары кимәлдә үткәрҙе. Туймазы ветстанцияһы конкурста еңгән өсөн автомобиль һатып алыу өсөн сертификат менән бүләкләнде.

Автор:Гаухар Фазуллина
Читайте нас