Бөгөн донъя Матурлыҡ көнөн билдәләй. Халыҡ-ара байрам 26 йыл элек барлыҡҡа килде, ә Рәсәйҙә был көн 1995 йылдан билдәләнә башланы.
Оҙон муйынлы ҡатын-ҡыҙҙар
Иң оҙон муйынлы ҡатын-ҡыҙҙар Мьянмала һәм Төньяҡ Таиландта йәшәй. Күпме муйын оҙонораҡ, шул тиклем ҡыҙҙар матурыраҡ тип һанала.
Аҫҡы ирене ҙур ҡыҙҙар
15-16 йәшлек ҡыҙҙарҙың аҫҡы ирене киҫелә, һуңынан уны ҙур булмаған диск ҡуйыла, ваҡыт үтеү менән был диск күләме арта бара. Йыш ҡына 12-15 сантиметрҙан артыҡ ҙурлыҡтағы дискыларҙы осратырға мөмкин.