+13 °С
Облачно
Новости
11 Августа 2021, 05:08

Һыуға батҡан көршәк

(Һинд халыҡ әкиәте)

Һиндостанда бер брахман йәшәгән, ти. Донъяла унаң да ялҡауыраҡ әҙәм булмаған, тип һөйләйҙәр. Ул эш һөймәгән, кешеләр нимә бирһә, шуның менән туҡланған.

 


Бер көн брахман бәхеткә юлыҡҡан, ул, өй беренсә йөрөп, ҙур көршәк дөгө йыйып алған. Өйөнә ҡайтып барышлай, ул тәрән йылғаның текә ярына хәл йыйырға ултырған, дөгө тултырылған көршәген алдына ҡуйып, ҡояш ҡыҙыуына әлһерәп, тәрән хыялға сумған, ти.

«Хәҙер Һиндостанда ҡоролоҡ башланһа, дөгө баҫыуҙары юҡҡа сыҡһа, ҡайһылай шәп булыр ине. Аслыҡ башланып китер ине лә, мин шундай ҙур көршәк дөгө өсөн өс рупиянан да кәм булмаған файҙа алыр инем. Шул өс рупияға мин кәзә һатып алыр инем. Кәзәнән бер көтөү бәрәс алыр инем. Бәрәстәрҙе һатып, һыйырҙар алыр инем. Һыйырҙар быҙаулап, быҙауҙары үгеҙҙәр булып үҫерҙәр ине. Үгеҙҙәр барыһына ла – алпауыттарға ла, крәҫтиәндәргә лә кәрәк. Ана шул үгеҙҙәрҙе һатып, йылҡы малы алыр инем. Бейәләре ҡолонлар ине. Ҡолондар үҫеп еткәс, уларҙы һатыр ҙа, үҙемә бына тигән күләгәле баҡсаһы булған ҙур йорт алыр инем. Баҡсамдағы һәр ҡыуаҡта төрлө-төрлө төҫтәге тутыйғоштар өңкөлдәшеп ултырыр ине. Иң мөһиме шул, берәй брахмандың ҡыҙына өйләнеп, уның өсөн ҙур бирнә алыр инем. Беҙҙең шундай шуҡ малайыбыҙ тыуыр, ул күберәк минең янда уйнарға яратыр ине. Байрам көнөндә мин баҡсамдағы пальма күләгәһенә ултырырмын да уға:

– Улыҡайым, йәһәт кенә минең яныма кил әле, мин һине аяғымда бәүелтәм! – тип ҡысҡырыр инем.

Малайым минең эргәмә килгәндә һөрөнөп йығылыр ҙа иларға тотонор. Шул саҡта мин ҡатыныма:

– Ҡатын, баланы күтәреп ал тиҙерәк! Йығылғанын күрмәйһеңме ни? – тип ҡыҫҡырырмын.

Ә ҡатын ниндәйҙер эш менән мауығып, минең ҡысҡырғанды ишетмәҫ. Мин, сыҙай алмай, һикереп торор ҙа уны тибеп осорор инем. Бына һиңә! Кәрәгеңде ал!”

Хыялға сумған был брахман, донъяһын онотоп, ырғып торған да бар көсөнә көршәкте тибеп ебәргән. Көршәк ярҙан тәгәрәй-тәгәрәй йылғаға төшкән дә һыуға батҡан.

Шул ваҡыттан бирле ялҡауҙың хыялы һыуға батҡан көршәктән дә артмай тиҙәр, ти.

Автор:Гаухар Фазуллина
Читайте нас