Ҡурай моңо яңғырай. Сәхнә артынан тауыш ишетелә.
– Дәүерҙәрҙе дәүерҙәргә ялғап, быуындарҙы быуындарға тоташтырып ваҡыт даръяһы аға. Күпме сер һаҡлай тыуған ер! Ошо ерҙәрҙең өҫтөнән күпме ирҙәрҙең исеме батырлыҡ даны, шөһрәт шаны булып күкрәп йәшәй!
Һалмаҡ аҙымдар менән сәх-нәгә Ялыҡ бей сыға һәм усаҡ янына килеп ултыра.
Ялыҡ:
– Исемем – Ялыҡ. Ташҡай улы Бурнаҡтың улымын. Тамғам – төлкө ҡойроғо. Һартай ырыуынан. Ҡасандыр мин дә һуңғы яу түгел инем. Эйе. Мине аҡһаҡал тип тә, бей тип тә йөрөтәләр ине. Элек мин дә шәп йәшәнем. Минең тирмәм Сейәле түбә эргәһендә ине. Йәш тә, көслө лә инем мин! Уйнаҡлап торған тайҙы күтәреп алыу миңә бер ни ҙә түгел ине. Мин йәшәй белдем: ауға сығып ыласын сөйҙөм, ҡымыҙ эстем, күңел астым. Өлкөн исемле ҡатыным береһенән-береһе матур, береһенән-береһе батыр Ҡармасан һәм Сәрмәсән исемле ике ул бүләк итте. Улар икеһе лә яралы бөркөт кеүек ҡыйыу, ҡурҡыу белмәҫ батыр булдылар.
Ил инәһе:
– А-ааау!
Төйәккәйем, ай еренән,
Убаларҙың үренән,
Биләндәрҙең биленән
Һуңғы Һартай уҙғанмы?
Ҡанлы яуҙар булғанмы?
Ҡанлы яуҙар булғанмы?
Данлы яуҙар булғанмы?
Көслө рухлы Ҡармасандан,
Нескә хисле Сәрмәсәндән,
Һуңғы Һартай баһадирҙан –
Бурнаҡ улы Ялыҡтан
Данлы тарих ҡалғанмы?
Шанлы тарих ҡалғанмы?
Аҡһаҡ Тимер яуы баҫҡан
Хозур башҡорт ерҙәрен
Һартай халҡы ҡаршы торған
Барлап аҡтыҡ хәлдәрен
Ау-у!
Ялыҡ бей ботаҡты һындыра, алғы планға килә, асыулы.
Ялыҡ бей:
– Ырыуҙаштарым! Беҙ үҙ урмандарыбыҙҙы, ерҙәребеҙҙе һаҡларға тейеш! Улар беҙҙе ҡол итергә теләй. Беҙ быға ҡаршы торорға тейеш. “Үлем дошманға!”
Шомло, ҡурҡыныс музыка яңғырай.
Ялыҡ бей:
– Беҙ айбарлы һуғыштыҡ. Барыһы ла ҡаҡшамаҫ ҡыйыу булды. Тик беҙ әҙ инек. Был яуҙа мин үҙемдең ике улымды юғалттым. Мин уларҙың батырҙарса һуғышып, нисек һәләк булғандарын үҙ күҙҙәрем менән күрҙем.
Уландарым минең, Ҡармасан менән Сәрмәсән!
Белегеҙ, мин һеҙҙең исемегеҙҙе халыҡ хәтеренән юйылмаҫлыҡ иттем. Һеҙҙең исемегеҙ мәңгегә ҡалды. Тегендә, Аҡһыу аръяғында, ике йылға ағып ята. Ул саҡта был йылғаларҙың исеме әле юҡ ине, беҙ уларҙы бер нисек тә атамай инек. Шул йылғаларға мин һеҙҙең исемегеҙҙе бирҙем, үҙегеҙҙе шунда ерләнем! Ә унан һуң мин киттем. Һеҙҙең ҡоноғоҙҙо ҡайтарҙым. Үс алдым.
Ә һеҙгә кешеләрем, сит дошман-дарҙан күҙ ҡараһы кеүек һаҡлаған ерҙәр, урмандар, йылға-күлдәр ҡала. Көтөү-көтөү малдар үрсетегеҙ, балалар үҫтерегеҙ, тормош дауам итһен! Тормош усағы һүнмәһен! Минең уландарым шуның өсөн һәләк булдылар ҙа. Быны онотмағыҙ!
Ялыҡ бей сәхнә төпкөлөндә тороп ҡала.
Малай:
– Ҡармасандан ҡан алып,
Сәрмәсәндән сәм алып,
Батырҙарҙың батырлығын
Аманат итеп алып,
Йәшәгеҙ, әле ҡыҙҙар,
Йәшәгеҙ һеҙ, малайҙар.
Һеҙгә ҡарап шөкөр әйтһен
Инәйҙәр һәм атайҙар!
Апайҙар һәм ағайҙар!
Ҡыҙ:
– Тыныс йоҡлаһындар Ҡармасан менән Сәрмәсән. Улар яҡлап ҡорбан булған ерҙәрҙә тормош ҡайнай. Гүзәл Благовар төбәгендә бөгөн 30 яҡын милләт вәкиле ҡулға-ҡул тотоношоп йәшәй һәм эшләй. Халыҡтың күңеле ике йылғаның һыуы кеүек саф, ҡылған ғәмәлдәре изге.
Ҡурай моңо яңғырай. Алғы планға малай менән ҡыҙ килә, усаҡҡа ут өҫтәйҙәр.
Сәхнә артынан тауыш ише-телә:
– Күрәһегеҙме, ана, алыҫҡа-алыҫҡа ағып барыусы ап-аҡ болоттар өҫтөндә, үҙенең текә тояҡлы атында, Ҡармасан менән Сәрмәсәндең аталары Ялыҡ бей ултыра. Һәм ул беҙҙе урмандарыбыҙҙы, ерҙәребеҙ-ҙе, телебеҙҙе һаҡлап һәләк булған уландарының батырлыҡтарын онотмаҫҡа, тыуған ерҙең, тыуған яҡтың данын арттырып, телебеҙҙе килер быуындарға мираҫ итеп, иле-беҙ тарихында яҡты эҙ ҡалдырып йәшәргә саҡыра.
Героик музыка яңғырай.
Сылтырап аҡҡан йылға тауышы оҙаҡ ҡына ишетелеп тора.
Фото: https://yandex.ru/images/search?from=tabbar&text=%D0%B1%D0%BB%D0%B0%D0%B3%D0%BE%D0%B2%D0%B0%D1%80%D1%81%D0%BA%D0%B8%D0%B9%20%D1%80%D0%B0%D0%B9%D0%BE%D0%BD&pos=0&img_url=https%3A%2F%2Fkurultai.ru%2Fu%2Ff%2F2%2F0%2F4%2F22417-716f-132c-2710-79651053aee0-S.jpg&rpt=simage