Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы ойошторған ике ирекмәндәр төркөмө Ейәнсура һәм Хәйбулла райондары сиктәрендәге янғындарҙы һүндереүселәргә ярҙамға сыҡты. Автобустарҙы Ҡоролтай һәм республиканың Мәҙәниәт министрлығы бүлде.
Иртә таңдан Өфөнән ҡуҙғалған беренсе төркөмдә – Ҡоролтай аппараты белгестәре, Башҡарма комитет ағзалары һәм төньяҡ-көнбайыш башҡорттары. Икенсе маршрутта – «Юлдаш» радиоһы хеҙмәткәрҙәре, Өфө ҡалаһынан ирекмәндәр.
Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты рәйесе Ғәлим Якупов әйтеүенсә, республикаға шундай бәлә килгәндә, ситтә ҡалыу яҙыҡ булыр ине.
«Ирекмәндәр туплау тураһында иғлан иткәс, барырға теләүселәр бик күп булды. Бигерәк тә «Без башкортлар» хәрәкәте ағзалары әүҙемлек күрһәтте. Әлеге ваҡытта беҙ Ейәнсура һәм Хәйбулла райондарына юл тоттоҡ. Беҙҙең менән Башҡарма комитет ағзаһы, РФ Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса бүлексәһе хеҙмәткәре Хәлил Рәхмәтуллин бара, уның тәжрибәһе, һис шикһеҙ, ҙур ярҙам буласаҡ. Икенсе төркөм етәксеһе – шулай уҡ күпте күргән тәжрибәле уҙаман, Ҡоролтай Башҡарма комитеты ағзаһы Тимерйән Рәжәпов. Юлға сығыр алдынан улар ирекмәндәргә инструктаж үткәрҙе, янғын һүндергәндә үҙеңде нисек тоторға, ниндәй үҙенсәлектәргә иғтибар итергә кәрәклекте аңлатты. Беҙҙең бурыс – янғындың артабан таралыуына юл ҡуймау», – тине Ғәлим Яҡупов.