+22 °С
Облачно
Новости
10 Августа 2021, 06:57

Гәзит редакцияһында йылы осрашыу

“Авыл таңнары” гәзите редакцияһында “Минең ғаиләм” конкурсы еңеүселәрен һәм призёрҙарын бүләкләнеләр.

“Авыл таңнары” гәзите редакцияһында “Минең ғаиләм” конкурсы еңеүселәрен һәм призёрҙарын бүләкләнеләр.

“ВКонтакте” социаль селтәренең “Бакалинские зори” төркөмөндә Баҡалы районында йәшәүсе ғаиләләр өсөн конкурс ойошторолғайны. Бәйгелә биш һәм унан да күберәк балаһы булған ғаиләләр ҡатнашырға теләк белдерҙе. 10 көн дауамында тауыш биреү барҙы. Был көндәрҙә “ВКонтакте” лентаһы конкурсанттарҙың ғаилә ағзалары фотоһүрәттәре менән байытылды.

 


Улар бишәү ине: Иҫке Ҡоростан – Бахрамовтар, Иҫке Шәрәшленән – Викторовтар, Иҫке Әзмейҙән – Сафиндар, Ҡамышлытамаҡтан хатта ике ғаилә – Ғимаевтар һәм Лебедевтар.

Тауыш биреү һөҙөмтәләре буйынса еңеүселәр билдәләнде. Улар – Светлана һәм Виктор Викторовтар (1-се урын), Марсель һәм Людмила Сафиндар (2-се урын), Радик һәм Илзида Бахрамовтар (3-сө урын). “Үҙ өйөндә бәхетле кеше генә бәхетле” тигән әйтем дөрөҫкә тура килә. Күп балалы ғаиләләребеҙҙә лә шулай, күрәһең. Улар иҫтәлеккә күмәк фотолар ҙа, күп һанлы “лайк”тар ҡуйылған, айырым бәхетле миҙгелдәрҙе сағылдырған фотоларын да урынлаштырҙы.

Ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнө алдынан уларҙы һәм конкурс иғәнәселәрен редакцияға саҡырҙыҡ, тыныс һәм уңайлы шарттарҙа ғаилә ҡиммәттәре, ғаилә тәрбиәһенең әһәмиәте, әсә булыу бәхете тура-һында әңгәмәләштек.

Район гәзитенең баш мөхәррире В. Шакирова билдәләп үтеүенсә, ”Ғаилә – кеше өсөн иң мөһиме”, һәм “Йорт усағынан да ҡәҙерлерәк һәм яҡыныраҡ нәмә юҡ” тигән әйтемдәр бәхәсһеҙ. Валентина Николаевна осрашыуҙа ҡатнашыусыларҙы байрам менән ҡотланы, барыһына ла бәхет, татыулыҡ, именлек теләне.

Райондың ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе Фәймә Сәлих ҡыҙы Бүләкова ғаиләләр, ҡатын-ҡыҙ-әсәләр адресына йылы һүҙҙәр әйтте, ул – бәйгенең иғәнәсеһе. Асылда, ғаилә менән ҡатын-ҡыҙ идара итә, ул йәмәғәт тормошонда ла, эштә лә, көнкүрештә лә беренсе.

Викторовтар һәм Бахрамовтар ғаиләһендә етешәр, Сафиндар, Ғимаевтар, Лебедевтар ғаиләһендә бишәр бала тәрбиәләнә.Балалар-ҙың барыһы ла ата-әсәләре кеүек аҡыллы, талантлы, тырыш.Һәр ғаилә конкурста үҙен ҡыҫҡаса ғына, бик тыйнаҡ тәҡдим итте, әммә ябай ғына һөйләмдәр артында ҡатмарлы ғаилә хеҙмәте тороуын аңлайбыҙ.

Иғәнәселәр – шәхси эшҡыуарҙар
Р. Нурисламова (“Универсал” магазины), И. Владимиров (“Зоомир” магазины), “DiMarTiS” мебель студияһы ғаилә парҙарына 1500 һумлыҡ, 1000 һумлыҡ һәм мебель һатып алғанда 10 процент күләмендә ташламаға сертификат тапшырҙы. Улар ҙа бәхетле оҙон ғаилә тормошо
теләне.

Гәзит редакцияһында бына шундай йылы осрашыу булды. Конкурсанттарға редакция коллективы ижади бәйге өсөн рәхмәт белдерҙе, сираттағы конкурстарҙа актив ҡатнашырға саҡырҙы.

Викторовтар икенсе этапҡа сыҡ-ты һәм әлеге ваҡытта “Республика Башҡортостан” гәзитенең электрон майҙансығында конкурста ҡатнаша. Уларға уңыштар теләйбеҙ!

Автор:Гаухар Фазуллина
Читайте нас