+20 °С
Облачно
Новости
10 Августа 2021, 07:06

Әүҙем ветеран

Урманай ауыл Советы ауыл биләмәһендә мауығыусан кешеләр күп. Бына Сәлимә Ғосман ҡыҙы Вәлиева етди әҫәрҙәр, журналдар, гәзиттәр уҡый.

Урманай ауыл Советы ауыл биләмәһендә мауығыусан кешеләр күп. Бына Сәлимә Ғосман ҡыҙы Вәлиева етди әҫәрҙәр, журналдар, гәзиттәр уҡый.

Ул китап уҡыу кешеләргә ышаныслыраҡ булырға ярҙам итә, хәтерҙе яҡшырта, һүҙлек запасын байыта, грамоталылыҡ кимәлен арттыра, шулай уҡ тәрән фекерләүгә булыша, тип иҫәпләй. Сәлимә Ғосман ҡыҙы, китап уҡыуҙан тыш, сәскәләр үҫтерергә ярата, уның баҡсаһы тулы күп йыллыҡ һәм бер йыллыҡ сәскәләр, ә өйҙәге тәҙрә төптәрен бүлмә гөлдәре биҙәй.

Ул 1940 йылда Нарат-Йылға ауылында тыуа. Ауыл мәктәбендә ете синыф тамамлай. Бөйөк Ватан һуғышы осоро балаларының барыһы кеүек үк, ауырлыҡтарҙы күп кисерә. Хеҙмәт эшмәкәрлеген тыуған ауылында ябай эшсе булып башлай. Унан ике йыл Владимир өлкәһендә эшләй. 1961 йылда Урманай егетенә кейәүгә сыға һәм колхозда эшләй – 33 йыл һауынсы була. Намыҫлы хеҙмәт һәм юғары күрһәткестәр өсөн “Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мал ҡараусыһы” исеменә лайыҡ була, социалистик ярышта еңеүгә ирешә.

Күптән түгел С. Вәлиева “Һу-ғыш осоро балалары” таныҡлығы алды. Ауылдаштары, туғандары, яҡындары Сәлимә Ғосман ҡыҙына ныҡлы сәләмәтлек һәм әүҙем оҙон ғүмер һәм, әлбиттә, китап уҡыуын дауам итеүен теләй, сөнки китап уҡыу ғәҙәте ҡартлыҡты сигендерә.

Автор:Гаухар Фазуллина
Читайте нас