+12 °С
Облачно
Новости
10 Августа 2021, 07:01

Берләштереүсе тармаҡ

Баҡалы районында 22 почта элемтәһе бүлексәһе эшләй. Улар барыһы ла 2020 йыл һөҙөмтәләре буйынса республика почтамттары араһында 2-се урын алған Саҡмағош почтамтына ҡарай. Әлбиттә, беҙҙең район почта бүлексәләренең өлөшө уртаҡ уңышта шаҡтай ҙур.

Баҡалы районында 22 почта элемтәһе бүлексәһе эшләй. Улар барыһы ла 2020 йыл һөҙөмтәләре буйынса республика почтамттары араһында 2-се урын алған Саҡмағош почтамтына ҡарай. Әлбиттә, беҙҙең район почта бүлексәләренең өлөшө уртаҡ уңышта шаҡтай ҙур. Баҡалы, Иҫке Әзмей, Мостафа, Нуғайбәк, Урманай, Ҡамышлы һәм башҡа бүлексәләр яҡшы производство күрһәткестәренә иреште.

 


Был коллективтарҙың етәкселәре Рауилә Саҙриева, Венера Иванова, Гөлүзә Тажетдинова, Людмила Шильникова, Шәрғиә Ғаб-драфиҡова, Рузимә Насибуллина маҡтап телгә алына.

Райондың почта тармағында 90-ға яҡын кеше эшләй. Иң эре почта бүлексәһе – Баҡалы ауылында. Начальнигы Рауилә Мирғәли ҡыҙы Саҙриева һәм уның урынбаҫары Әлфиә Мирзамөхәммәт ҡыҙы Ғаббасова етәкселегендә клиенттар залында 5 почта операторы – Ирина Данилова, Альбина Байрамова, Регина Мәрҙиева, Ирина Яковлева, Илмира Мөхәмәтйәнова эшләй. Әлбиттә, баҡалылар уларҙы күптән белә һәм эштә оперативлыҡ, хеҙмәт күрһәтеүҙә әҙәплелек өсөн хөрмәт итә. Улар барыһы ла тәжрибәле белгестәр, бер урында күп йылдар эшләй һәм клиенттарға хеҙмәт күрһәтеү буйынса төп бурыстарын намыҫлы башҡара. Көн һайын 100-ҙән күберәк заказлы хат, 80-дән артыҡ бандероль һәм посылка ҡабул итә һәм ебәрә, түләүҙәр ала, аҡса күсерә, матбуғатҡа яҙылыу рәсмиләштерә, страховка үткәрә һәм башҡа бик күп хеҙмәттәр башҡара улар. 4 йыл элек бүлексәлә Почта Банк хеҙмәттәре күрһәтелә башланы. Барлыҡ хеҙмәткәрҙәр ҙә банк менән төп эште яраштырып эшләй – кредит бирә, иҫәптәр аса, пенсиялар күсерә. Ҡыҫҡаһы, барыһы ла килеүселәргә уңайлы булһын өсөн, шул иҫәптән эш графигы ла – почта ишектәре иртәнге 8-ҙән киске 20 сәғәткә тиклем асыҡ.

Бүлексә начальнигы Р. Саҙриева почтальондар – донъяға яңылыҡтар таратыусы хеҙмәткәрҙәр тураһын-да яҡшы фекерҙә. Г. Степанова, Е.Шәңгәрәева, М. Яковлева, И. Ма-
ликова, В. Никитина, С. Нәси-буллина, Р. Ғәлиәкбәровалар маҡ-тауға лайыҡ.

Бүлексәлә остаздары – өлкән хеҙ-
мәттәштәре тураһында ла онот-майҙар. Ветерандар ойошмаһында 14 кеше иҫәпләнә. Быйыл да Рәсәй почтаһы көнө уңайынан уларҙы күңелле сюрприздар көтә. Район гәзите редакцияһы үҙ партнёрҙа-рын һөнәри байрамдары менән ҡотлай һәм оҙаҡ йылдарға һөҙөмтә-ле хеҙмәттәшлек теләй.

 

Автор:Гаухар Фазуллина
Читайте нас