+31 °С
Облачно
Новости
10 Августа 2021, 07:03

Беренсе дәрәжә призер

Яңы Илек мәктәбенең 9-сы синыф уҡыусыһы Алһыу Шәрипова, В. Вернадский исемендәге Бөтә Рәсәй үҫмерҙәр тикшеренеү эштәре конкурсында ҡатнашып, беренсе дәрәжә призёр булды.

 

 


Яңы Илек мәктәбенең 9-сы синыф уҡыусыһы Алһыу Шәрипова, В. Вернадский исемендәге Бөтә Рәсәй үҫмерҙәр тикшеренеү эштәре конкурсында ҡатнашып, беренсе дәрәжә призёр булды.

Конкурста Рәсәй Федерацияһының 75 субъектынан, БДБ һәм алыҫ сит илдәрҙән өлкән синыф уҡыусылары ҡатнашты. Алһыу “Баҡалы районы керәшендәренең милли аштарын формалаштырыуға йоғонто яһаусы факторҙар” тип исемләнгән эше менән “Төбәкте өйрәнеү” йүнәлешендә ҡатнашты, унда халыҡ ғөрөф-ғәҙәттәре, ҡала һәм ауыл тарихы өйрәнелә.

Эш барышында ҡыҙ һәм уның остазы тәбиғәт ресурстарын, райондың географик торошон, климатын, йәшәү рәүешен, керәшендәрҙең традицион ризыҡтарын өйрәнде, шулай уҡ православие диненең керәшендәрҙең милли аштарына йоғонтоһон асыҡланы. Социологик һорау алыу, анкета үткәрҙе, керәшендәрҙең ризыҡтарының ҡылыҡһырламаһын һәм клас-сификацияһын төҙөнө.

Алһыуҙың остазы – тарих уҡытыусыһы Л. Кириллова. Күп йылдар дауамында уҡытыусы дәрестән тыш эшмәкәрлек алып бара, тәрбиәләнеүселәрендә кесе Ватанды яратыу, үҙ халҡының ғөрөф-ғәҙәттәренә һәм мәҙәниәтенә ҡарата ғорурлыҡ һәм хөрмәт хистәре тәрбиәләй.

Беҙ ысын күңелдән хеҙмәттәшебеҙҙе һәм уҡыусыбыҙҙы еңеүҙәре менән ҡотлайбыҙ!

Светлана Жадова.

Автор:Гаухар Фазуллина
Читайте нас