-7 °С
Ҡар
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
мәкәләләр
12 Февраль 2025, 12:27

Өфөлә республикала башҡорт филологик белем биреүе ойошторолоуҙың 95 йыллығы билд

11 февралдә Өфөнөң «Торатау» конгресс-холында Башҡортостанда башҡорт филологик белеме биреүҙең 95 йыллығына, Өфө фән һәм технологиялар университетының башҡорт филологияһы, шәрҡиәтселек һәм журналистика факультетына 35 йыл тулыуға арналған тантаналы сара уҙҙы.

Өфөлә республикала башҡорт филологик белем биреүе ойошторолоуҙың 95 йыллығы билд
Өфөлә республикала башҡорт филологик белем биреүе ойошторолоуҙың 95 йыллығы билд

Радий Хәбиров исеменән коллективты, студенттарҙы һәм факультетты тамамлаусыларҙы Башҡортостан Башлығы хакимиәте етәксеһе вазифаһын башҡарыусы Азат Бадранов ҡотланы.

«Донъяла ике миллионға яҡын башҡорт йәшәй. Уларҙың 1,5 миллионы – Рәсәйҙә, шул иҫәптән 1,2 миллионы Башҡортостанда йәшәй. Беҙҙе башҡорт теле, башҡорт әҙәбиәте берләштерә. Уларҙы һаҡлауҙа, милләтте һаҡлауҙа һеҙҙең хеҙмәтегеҙ баһалап бөткөһөҙ ҙур. 

2018 йылда, беҙҙең идара итеү командаһы республиканы яңыртыу процесын башлағас, мөһим ҡарар ҡабул иттек – башҡорт телен яҡлау иҡтисадты һәм социаль өлкәне үҫтереү менән бер рәттән беҙҙең өсөн төп өҫтөнлөктәрҙең береһе булырға тейеш. Инвестиция, сәнәғәт, төҙөлөш сәғәттәре менән бергә милли телдәр сәғәттәрен үткәрә башланыҡ. Йыйылышып, ғалимдар, методистар, яҙыусылар, журналистар менән ошо мәсьәләләрҙе тикшерҙек. Факультетығыҙға был эштә ярҙамы өсөн ҙур рәхмәт. Декан Гөлфирә Риф ҡыҙы Абдуллинаның шәхси өлөшөн айырым билдәләп үтәм. Һәр берегеҙгә рәхмәт», - тип билдәләне Азат Бадранов.

Өфөлә республикала башҡорт филологик белем биреүе ойошторолоуҙың 95 йыллығы билд
Өфөлә республикала башҡорт филологик белем биреүе ойошторолоуҙың 95 йыллығы билд
Автор: Гаухар Фазуллина
Читайте нас