Мәктәп – был һүҙ һәр кеше
күңелендә тәрән, тулҡын-ландырғыс һәм онотолмаҫ иҫтәлектәр ҡалдыра. Был һүҙҙе ишетеү менән беҙҙең күҙ алдыбыҙға бала саҡ, һабаҡташтар, ҙур тормошҡа оҙатып ҡалған остаздар килә, күңелдә мәктәп йылдары менән бәйле иң матур иҫтәлектәр яңыра. Тәүге тапҡыр мәктәп тупһаһына аяҡ баҫҡанда, баланың телендә тик ике генә һүҙ: мәктәп һәм уҡытыусы.
Мәктәп һәм уҡытыусы – иң ҡәҙерле йәшлек йылдарында һинең юлдаштарың, сөнки был ике һүҙ һинең күңелеңә мәңге һүнмәҫлек нур һәм яҡтылыҡ бирә.
Мәктәп – белем усағы... Балаларға белем һәм тәрбиә биреүсе ошо йылы усаҡтың Ҡашҡалашала мәғрифәт нуры таратыуы быуаттар менән иҫәпләнә. Ошо көндәрҙә ул йөҙ йыллыҡ юбилейын билдәләне. Ауылдың йөҙөн балаларға белем, тәрбиә биреп, оло тормош юлына баҫтырған мәктәп билдәләй, тиһәк һис тә хата булмаҫ. Район, республикала ғына түгел, ә бөтә илдә данлыҡлы шәхестәрең, абруй, хөрмәт яулаған ул һәм ҡыҙҙарың күп икән, тимәк, ошо ауылда эшләгән мәктәптең, уҡытыусыларҙың да тырышлығы оло баһаға лайыҡ. Ә инде белемле, мәҙәниәтле кешеләре күп булған ауылдың киләсәге лә ныҡлы, яҡты булыуына өмөт ҙур.
Районыбыҙҙа эшмәкәрлеге ме-нән билдәле булған, заман менән бергә атлап, уның талаптарына лайыҡ яуап биргән Ҡашҡалаша урта мәктәбенә 100 йыл тулды. Ошо дәүер эсендә мәктәп кемдәргә генә белем бирмәгән дә, мәғариф өлкәһе системаһында ниндәй генә үрҙәр, ҡаҙаныштар яуламаған. Һуңғы йылдарҙа, күпләп мәк-тәптәр ябылған ваҡытта, бер быуат буйы уңышлы эшләп килгән мәктәптең бөгөн ниндәй абруйға эйә булыуы хаҡында һүҙ йөрөтөү ҙә кәрәкмәйҙер. Быға тыуған мәктәбенән оло тормошҡа юл алған, райондың ғына түгел, республиканың да данын арт-тырған кисәге уҡыусылар, бөгөн-гө билдәле шәхестәр, аныҡ дәлил булып тора. Улар Социалистик Хеҙмәт Геройы, БАССР-ҙың атҡаҙанған төҙөүсеһе, Ленин, икенсе дәрәжә Ватан һуғышы, Почёт билдәһе ордены кавалеры Рау-ил Бәхтиәров; Социалистик Хеҙ-
мәт Геройы, "Миннефтегаз-строй"ҙың почётлы хеҙмәткәре, Ленин, Халыҡтар дуҫлығы ордены кавалеры Дамир Хәсәнов; РФ юғары һөнәри белем биреү өлкәһе почётлы хеҙмәткәре, Сыуаш Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы Камил Вәхитов; тарих фәндәре докторы, профессор, Хәрби фәндәр академияһы академигы, запастағы полковник Михаил Бикмәев; БР атҡаҙанған сауҙа хеҙмәткәре Миләүшә Вилданова; Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ, Почёт билдәһе ордены кавалеры механизатор Вәлиәр Бәхтиәров; Хеҙмәт Даны ордены кавалеры Факил
Мөъминов һ.б.
Әлбиттә, бындай юғары һөҙөмтәләргә ирешеүҙә мәктәп директоры Хәлим Ғилванов, уның берҙәм, татыу коллективының өлөшөн дә билдәләп китмәй булмай. Уҡыусыларҙың береһен дә ситкә типмәйенсә, төплө белем бирә беләләр бында. Улар араһында Башҡортостан Респуб-
ликаһының Маҡтау ҡағыҙы ал-ғандар һәм Мәғариф алдынғыһы исемен йөрөтөүселәр бар. Мәк-тәптең матди-техник базаһы нығынды, уҡытыусыларға ижади эшләү, эҙләнеүҙәр алып барыу мөмкинлектәре артты. Уҡыусылар төрлө фәндәр буйынса үткән олимпиадаларҙа әүҙем ҡатнаша.
Етәксенең бар яҡтан да белемле, үҙ эшенең оҫтаһы булыуы, балалар, уҡытыусылар менән уртаҡ тел табып эшләй белеүе арҡаһында Ҡашҡалаша мәктәбе тағы ла ҙурыраҡ үрҙәр яулаясаҡ әле, тип ныҡлы ышаныс менән әйтеп була.
Дөйөмләштереп әйткәндә, мәк-
тәптең үткәне матур. 100 йыл дәүерендә йәмғиәтебеҙ өсөн кәрәк-
ле бик күп шәхестәр тәрбиәләп, оло тормошҡа оҙатҡан. Бөгөн-
гөһө ҡәнәғәтләнерлек, киләсәге
тағы ла матурыраҡ, өмөтлөрәк, уңышлыраҡ булһын. Ғорурла-нырлыҡ уҡыусылары бар һәм тағы ла булыр, иншалла!