-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
мәкәләләр
27 Март 2020, 19:17

“Йыл уҡытыусыһы – 2020” республика конкурсы старт ала!

Был һөнәри конкурста “Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы – 2020” исеменә ҡаланың 1-се интернат-мәктәбе уҡытыусыһы Зилә Ғәлиуллина лайыҡ булды.

Был һөнәри конкурста “Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы – 2020” исеменә ҡаланың 1-се интернат-мәктәбе уҡытыусыһы Зилә Ғәлиуллина лайыҡ булды. Балалар (үҫмерҙәр) ижад йортоноң еңел атлетика буйынса тренеры Ольга Саганова – алдынғы өҫтәлмә белем биреү педагогы, 4-се мәктәптән Оксана Карнаухова – “Рус теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы”, “Йәш педагог” – 2-се мәктәптән Анастасия Белая, “Йыл уҡытыусыһы – 2020” бәйгеһенең абсолют еңеүсеһе Ә.Мирзаһитов исемендәге Ҡандра 2-се мәктәбенең инглиз теле уҡытыусыһы Гүзәл Әбүталипова республика кимәлендә үтәсәк ярышта Туймазы районы данын яҡлаясаҡ!

Әле яңы ғына районда был конкурс шаулап-гөрләп үтеп киткәйне, хәҙер инде республика кимәленә лә юл тоторға ваҡыт етә. Мөғәллимдәр таныш булмаған мәктәптә асыҡ дәрестәр күрһәтте, класс сәғәттәре үткәрҙе, проблемалы тема күтәреп проект яҡланы, асыҡ лекция менән сығыш яһаны. Уларҙың ошондай тығыҙ ҙа, сәмле лә ярышын уҡыусыларҙан торған жюри баһаланы. Башҡорт теле уҡытыусыларының быйылғы йыл бәйгеһе иҫтәлекле – 25 йыллыҡ юбилейын билдәләйәсәк.

Үткән йылдарҙағы конкурс менән сағыштырғанда, быйыл бер аҙ үҙгәрештәр ҙә бар. Мәҫәлән, башҡорт теленән быға тиклем эссе яҙһалар, быйыл һәр төбәк башҡорттарының милли кейемен презентациялау, кластан тыш эшмәкәрлек, проблемалы тема күтәрелгән шәхси лекция кеүектәре индерелгән.

Һуңғы йылдарҙа республика кимәленә сыҡҡан уҡытыусыларыбыҙ үҙҙәренең тәжрибәләре менән уртаҡлашып, призлы урындарға лайыҡ булып, хатта лауреат исемен дә алып ҡайта. Был, һис шикһеҙ, Туймазы ерендә үҙ эшен яратҡан, балаларҙы хөрмәт иткән, уларҙы шәхес итеп тәрбиәләүҙә күп көс һалған мөғәллимдәр эшләүен раҫлай. Быйылғы һөнәри ярышта ла уҡытыусыларыбыҙҙың ярыш сәмен һүрелтмәй, рухи көс менән ҡеүәттә лайыҡлы урын алыуҙарын теләйбеҙ! Яҡташтарығыҙ һеҙҙең менән!

Читайте нас: