-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
мәкәләләр
27 Март 2020, 19:19

Башҡорт теленә мөхәббәт уятыусылар бәйгеһе

Салмалы мәктәбендә “Башҡорт теле уҡытыусыһы-2020” республика конкурсының муниципаль этабы үтте

Салмалы мәктәбендә “Башҡорт теле уҡытыусыһы-2020” республика конкурсының муниципаль этабы үтте

Конкурста Шаран 1-се мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Р. Халиҡова, Наратаҫты мәктәбенән
Г. Ишмиева, Базғыя мәктәбенән
Ғ. Ғабдуллина ҡатнашты.

Ижад конкурсында ҡатнашыусы-ларҙы мәктәптең 11-се синыф уҡыусылары башҡорт телендә шиғырҙар менән сәләмләне һәм башҡорт халҡының милли ризығы – сәк-сәк менән ҡаршыланы.

Район мәғариф бүлеге методисы Г. Ғәлимова конкурсантарға сәләмләү һүҙҙәре менән мөрәжәғәт итте, маҡсаттарына ирешеүҙә уңыштар теләне.

Салмалы мәктәбе уҡыусылары дәрестә һынатманы, конкурсантарҙың һорауҙарына ҡыйыу яуап бирҙе, үҙҙәрен иркен тотто, әүҙем булды.

Бындай конкурстарҙа иң мөһиме – таныш булмаған уҡыусылар менән асыҡ дәрес үткәреү барышында үҙ оҫталығын күрһәтә, унан һуң әлеге дәрескә үҙ анализ бирә белеү.

Конкурста ҡатнашыусылар әлеге һынауҙарҙы уңышлы башҡарҙы. Рәмилә Лотфулла ҡыҙы Халиҡова 5-се синыфта “Ф. Иҫәнғолов ижадында ҡыш темаһы. Исем һүҙ төркөмө, исемдәрҙә күплек һан ҡушымсалары” темаһына дәрес үткәрҙе.

Гөлнара Марат ҡыҙы Ишмиева етенсе синыф уҡыусыларын “Ҡошҡа әйләнгән әбей” әкиәте менән таныштырҙы, дәрестә шулай уҡ ҡылым тураһында алған белемдәрен ҡабатланы. Әкиәт әсә менән баланың үҙ ара мөнәсәбәттәре тураһында тәрбиә бирҙе. Наратаҫты мәктәбенең 10-сы синыф уҡыусыһы Миләүшә Солтанова башҡарыуында әсәй тураһында йыр бик урынлы булды.

Ғәлиә Нәжип ҡыҙы Ғабдуллина 6-сы синыфта “Ҡыш дауам итә. Ҡылым (ҡабатлау)” темаһы буйынса дәрес бирҙе. Уҡыусылар кроссворд систе, компьютерҙан тейешле һүҙҙәрҙе тапты, йомаҡтарға яуаптар әйтте һәм шиғырға анализ яһаны.

Конкурстың икенсе этабы – оҫталыҡ дәресе күрһәткәндә Р. Халиҡова, сайттан файҙаланып, “Интерактив башҡорт телен” нисек үткәреүҙе күрһәтте. Видеофильмдан барыһы ла Шаран 1-се мәктәбендә үҙҙәре телә-гән барлыҡ педагогтар, хеҙмәткәрҙәр, шул иҫәптән мәктәп директоры
С. Петровтың башҡорт телен ҙур теләк менән өйрәнеүен белде.

Г. Ишмиеваның оҫталыҡ дәресе “Уҡыусыларҙа башҡорт теле һәм әҙәбиәтенә ҡыҙыҡһыныуҙы үҫтереү маҡсатында проекттар методын файҙаланыу” темаһына арналды. Сарала ҡатнашыусылар өс төркөмгә бүленеп, Мостай Кәрим ижады буйынса стена гәзите сығарҙы, “Беҙҙең өйҙең йәме” повесты буйынса өҙөк сәхнәләштерҙе, шиғырҙарын башҡортса тасуири уҡыны.

Г. Ғабдуллина шайтан таяғы менән баҡса сәскәһен төрлөсә күҙаллау ми-ҫалында “Башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәрендә уҡыусыларҙың фекерләү эшсәнлеген үҫтереү” темаһына оҫта-лыҡ дәресе күрһәтте.

“Визит карточкаһы” конкурсында уҡытыусылар үҙҙәре, педагогик эшсәнлектәре, мауығыуҙары тураһында һөйләне. Гөлнара Марат ҡыҙы башҡорт теле дәрестәрендә уҡыусыларҙың ижади һәләттәрен үҫтерергә тырышыуын белдерҙе. Бы-ны уҡыусылары ла күрһәтте. 8-се си-ныф уҡыусыһы Марсель Васильев – башҡорт бейеүе, 10-сы синыфтан Миләүшә Солтанова башҡортса йыр башҡарҙы. Рәмилә Лотфулла ҡыҙы балалар һәм өлкәндәр араһында башҡорт теленә ҡыҙыҡһыныу уятыуҙы үҙенең маҡсаты итеп күрә. Ғәлиә Нәжип ҡыҙы башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәрен үткәргәндә үҙенең ниндәй маҡсаттар һәм бурыстар ҡуйыуы тураһында һөйләне.

“Башҡорт теле уҡытыусыһы-2020” республика конкурсының муниципаль этабына мәғариф бүлеге методисы
Г. Ғәлимова йомғаҡ яһаны:

– Беҙҙең педагогтарыбыҙ өсөн конкурс – ҙур байрам ул. Дәрестәр үткәргәндә һәр конкурсанттың үҙ алымы, үҙенсәлеге, педагогик яңылығы бар. Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларына ныҡлы һаулыҡ, киләсәктә эштәрендә уңыштар һәм башҡа конкурстарҙа ла ҡатнашыуҙарын теләйбеҙ!

Мәртәбәле баһалама ағзалары составында педагогик хеҙмәт ветераны З. Диярова, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары район методика берләшмәһе етәксеһе Г. Ҡадирова һәм Түбән Ташлы мәктәбе башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы
Э. Шәйхуллина ла бар ине.

Рәмилә Лотфулла ҡыҙы “Заманса уҡытыу сараларын һөҙөмтәле файҙаланыу” номинацияһында, Гөлнара Марат ҡыҙы “Педагогик эҙләнеүҙәр һәм асыштар” номинацияһында еңеүсе булды. Ғәлиә Нәжип ҡыҙы “Башҡорт теле уҡытыусыһы-2020” республика конкурсы муниципаль этабының абсолют еңеүсеһе булды. Уға конкурстың республика этабында уңыштар те-ләйбеҙ. Конкурсантар район мәғариф бүлеге маҡтау грамоталары менән бүләкләнде. Конкурсанттарға тормош иптәштәре һәм коллегаларының сәскә гөлләмәләре бүләк итеүе башҡорт теле һәм мәҙәниәте байрамына йәм өҫтәне.

Читайте нас: