-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
мәкәләләр
27 Март 2020, 19:11

Бөтә акробаттар – Октябрьскийҙа

Октябрьскийҙа спорт акробатикаһы буйынса Бөтә Рәсәй ярыштары үтте.

Октябрьскийҙа спорт акробатикаһы буйынса Бөтә Рәсәй ярыштары үтте. Уны асыу тантанһында Спорт йорто халыҡ менән шыплап тулған, әйтерһең бөтә ҡала кешеһе бында йыйылған ине.

Октябрьский алтынсы йыл рәттән Рәсәйҙең алдынғы спортсыларын ҡабул итә. Быйыл да тантаналы ваҡиға сағыу һәм матур үтте!

Иң яҡшы акробаттар, ҡаланың ижад коллективтары сығыштары, акробат һәм утлы тамашалар, караоке-стайл халыҡтың кәйефен күтәрҙе. Балалар ғына түгел, инде бер әйбергә лә ғәжәпләнмәгән өлкәндәр ҙә был сағыу спорт сараһынан көслө тәьҫораттар алды. Өлкән йәштәге спортсыларҙың береһе, СССР халыҡ Спартакиадаһының Мәскәүҙәге Лужники стадионын асыу тантанаһында ҡатнашҡан Хәмзә Ғүмәров заманса тамаша, шул йылдарҙа ул акробаттар менән өсәүләп баҫып торған ваҡиғалағы кеүек, көслө тәьҫорат ҡалдырҙы, тине.

БР Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министры ярҙамсыһы Эльвира Ғабдуллина, РФ Федерация йыйылышы Дәүләт думаһы депутаты Рафаэль Марҙаншин, Рәсәй спорт акробатикаһы федерацияһының башҡарыусы директоры, ACRO Ха-лыҡ-ара гимнастика федерацияһы техника комитеты вице-президенты, СССР халыҡ-ара класлы спорт мастеры, Рәсәйҙең атҡаҙанған тренеры Ирина Никитина, Рәсәй спорт акробатикаһы федерацияһы вице-президенты һәм турнирҙың баш судьяһы Анатолий Левченко, халыҡ-ара дәрәжәле судья Олеся Муллағәлиева турнирҙың маҡтаулы ҡунаҡтары булды.

Ҡатнашыусыларҙы Хакимиәт башлығы Алексей Шмелёв сәләмләне. Алексей Николаевич Римма Исламғолова, Аделина Еникәева, Валерия Мензорова, Алан Зиннәтулин, Алина Әхмәтгәрәева, Арина Дудареваға квалификация ҡағыҙҙары һәм спорт мастеры түш билдәләрен тапшырҙы.

Эльвира Ғабдуллина сәләмләү хатын уҡып ишеттерҙе һәм 1-се спорт мәктәбе инструктор-методисы Гөлнара Захароваға БР Йәштәр сә-йәсәте һәм спорт министрлығының маҡтау грамотаһын тапшырҙы.

Октябрьсийлылар уңышлы сы-ғыш яһаны – беренсе, икенсе, өсөнсө урындар яуланы. Ҡатнаш парҙар-көрәш төрлөлөгөндә (11-16 йәштәге егеттәр, ҡыҙҙар) Миләүшә Ғиззәтуллина, Арсен Шәрәфетдинов беренсе урын яуланы. Ҡатнаш парҙар-көрәш төрлөлөгөндә (11-16 йәштәге егеттәр араһында) Арсен Күсәрбаев, Даниель Сабиров – 1-се урында. Өс кешенән торған көрәш төрлөлөгөндә (8-15 йәштәге ҡыҙҙар), беренселек спорт мастерлығына кандидаттар Аделина Әхмәтова, Диана Корнеева, Екатерина Коптеевала.

Читайте нас: