-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
мәкәләләр
18 Март 2020, 18:53

Онотолмаҫ Афған...

Афғанстанда һуғыш тамамланыуға утыҙ бер йыл тулды.

Афғанстанда һуғыш тамамланыуға утыҙ бер йыл тулды. 1989 йылдың 15 февралендә Амударья аша дуҫлыҡ күпере буйлап Совет ғәскәрҙәренең һуңғы колонналары Афғанстандан китә. Туғыҙ йыл ярым дауам иткән һуғыш ана шулай тамамлана...

Иҫтәлекле дата алдынан район хакимиәте башлығы Илшат Райманов, уның урынбаҫары Татьяна Головина, һуғышсы-интернационалис-тар һәм локаль һуғыштарҙа ҡатнашыусылар берлеге рәйесе Азат Мулләхмәтов, Бәләбәй ҡалаһы, Бәләбәй һәм Йәрмәкәй райондары хәрби комиссары Рөстәм Сәхәбов һуғышсы-интернационалистар менән осрашты. Һуғыш хәрәкәттәре ветерандары был көндө төрлө мәсьәләләр тураһында фекер алышты. Санатор-курорт дауалауы тураһындағы мәсьәлә лә ҡуҙғатылды. Илшат Әмир улы райондың социаль-иҡтисади үҫеше тураһында һөйләне.

Афғансыларға мөрәжәғәт итеп, Татьяна Николаевна, бөгөн тап улар йәш ярмәкәйлеләр өсөн әхләки маяк булырға тейеш, тип билдәләне. Уларға йәш быуынға патриотик тәрбиә биреү буйынса яуаплы бурыс йөкләнә бөгөн.

Осрашыуҙың рәсми өлөшө Еңеү паркында һуғышсы-интернационалистар мемориалына сәскәләр һалыу менән тамамланды. Һәләк булғандарҙы бер минут тынлыҡ менән иҫкә алдылар.

Сара Спартак ауылында дауам итте.

Осрашыуҙа ҡатнашыусылар, ауыл-ға килеп, мәктәп территория-һында урнашлашҡан Афған ҡырҙарында һәләк булған Сергей Стариковтың мемориаль таҡтаһына юлланды һәм сәскәләр һалды.

Сергей Стариковтың класс етәк-сеһе Нәфисә Зөфәр ҡыҙы Сокова иҫтәлектәренән:

– Сергей Спартак ауылында тыуған һәм уҡыған, ул ошо яратҡан мәктәбе коридорҙары буйлап йү-гергән. Уның беренсе уҡытыусыһы А. Тураева иҫтәлектәре буйынса, ул тәртипле уҡыусы булған, ҙур теләк менән уҡыған. Ауыр саҡта бер нимә лә килеп сыҡмаһа, ул әйтә торған булған: “Мин һеҙҙе тыныслыҡта ҡалдырмайым, һеҙ барыбер миңә ярҙам итәсәкһегеҙ”. Йәштәштәре уны игелеклеге, ярҙамсыллығы, тыйнаҡлығы өсөн хөрмәт итте. Спорт менән шөғөлләнде, хоккей уйнарға яратты. Һәм, әлбиттә, был эштә уның ата-әсәһе Елизавета Петровна һәм Алексей Сергеевичтың да өлөшө ҙур. Сөнки ул сәләмәт йәшәү рәүеше алып барған һәм балаларға тәрбиә биргән татыу, хеҙмәт һөйөүсән ғаиләлә үҫкән һәм тәрбиәләнгән.

Мәктәпте тамамлағандан һуң Сергей машиналарҙы төҙәтеү һәм хеҙмәтләндереү буйынса электрик һөнәрен үҙләштерә. 1980 йылда әрмегә алына. Кесе командирҙар мәктәбен тамамлағас, Афғанстанға хеҙмәт итеү өсөн ебәрелә. Артиллерия ғәскәрҙәрендә хеҙмәт итә.

Сергей 1982 йылдың 20 мартында тигеҙ булмаған һуғышта һәләк була. Кесе сержант Стариков үлгәндән һуң Ҡыҙыл Йондоҙ ордены менән бүләкләнә.

Был сараға Сергейҙың әсәһе Елизавета Петровнаны ла саҡырҙылар. Ул улын онотмағандары өсөн барыһына ла рәхмәт белдерҙе.

Читайте нас: