-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
мәкәләләр
18 Март 2020, 18:51

Һин бит мәңге йырлар йырым – туған телем!

Туған тел – кешегә тыумыштан бирелгән изге нимә.

Туған тел – кешегә тыумыштан бирелгән изге нимә. Ул беҙгә беренсе тапҡыр ишеткән бишек йырҙары аша таныш. Һәм ул беҙгә ата-олатайҙарҙан ҡалған изге аманат. 19 февраль район мәҙәниәт йортонда Башҡорт теле йылын асыу тантанаһы булып үтте.

«Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы (конгресы)» йәмәғәт ойошмаларының халыҡ-ара берлегенең Башҡорт теле йылын үткәреү тураһындағы инициативаһы Башҡортостан Рес-публикаһы Башлығы Р. Хәбиров тарафынан хуплау тапты һәм Башҡортостан Республикаһында, Рәсәй Федерацияһының башҡорттар күпләп йәшәгән субъекттарында бойомға ашырыла. Бөгөн беҙҙең районда Башҡорт теле йылын асыу тантанаһы бара һәм, йыл дауамында, планға ярашлы, күп кенә сағыу саралар үтәсәк. Һәр халыҡтың үҙ теле, үҙ мәҙәниәте, үҙ ғөрөф-ғәҙәттәре бар. Әммә кеше ни тик-лем күп тел белһә, ул шул тиклем тәртипле, тәрбиәле була, шуға күрә телдәрҙе өйрәнәйек, һаҡлайыҡ,” – тине тантананы асып район Башлығы урынбаҫары Гөлфиә Ғабдрафиҡова.

Был тантана ысын кимәлдә туған телгә мәҙхиә булды. Сарала уҡыусылар, уҡытыусылар, ата-әсәләр, төрлө өлкәлә хеҙмәт итеүселәр яҡташ яҙыусылар, күренекле шағирҙар ижадынан сағыу шиғырҙар шәлкеме, моңло йырҙар, дәртле бейеүҙәр бүләк итте тамашасыларға. Һәр сығыш көслө алҡыштарға күмелде. Сығыш яһаусыларҙың номерҙары бар яҡлап та уйланылған – сағыу костюмдар, моңло фон, төрлө презентациялар эшләнгән.

Ә мәҙәниәт йортоноң фойеһында районыбыҙҙа йәшәгән милләттәр үҙҙәренең кейемдәре, ҡул эштәре, аш-һыуҙарынан күргәҙмә ойошторҙо. Был күргәҙмәләр береһен дә битараф ҡалдырманы, һәр кем үҙен ҡыҙыҡһындырған һорауҙар бирҙе, милли уйындарҙа ҡатнашты.

(Фотола: байрамдан күренештәр).
Читайте нас: