Пар былбылдай тормош итәһегеҙ.
Ауыр саҡта аумаҫ терәк булып,
Ғүмер йомғаҡтарын һүтәһегеҙ.
Ә беҙ һеҙгә ҡарап һоҡланабыҙ,
Ихтирамлы һеҙгә ҡарата.
Лайыҡ парҙарҙың һеҙ иң гүзәле,
Һеҙҙе күңел шуға ярата”, – тигән юлдар менән башланып китте Болошло ауылы китапханаһында оло байрам.
Болошло ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Радик Ғәбиҙуллин, ауылдың оло парҙарын ғүмер байрамдары менән ҡотлап, изге теләктәр еткерҙе һәм республика башлығының ҡотлау адресын, бүләктәрен тапшырҙы.
– 60 йыл бергә ғүмер кисереү — оло бәхет, Хоҙай бүләге. Һеҙҙең ғаилә тормошоғоҙ күптәргә өлгө: балаларығыҙға лайыҡлы тәрбиә, белем биргәнһегеҙ, әле лә уларға бар яҡтан терәк-таяныс булып, матур донъя көтәһегеҙ. Хеҙмәт йылдарығыҙҙы намыҫлы эш менән уҙғарғанһығыҙ, ауырлыҡтарға бирешмәгәнһегеҙ, – тине Радик Тәлғәт улы. – Артабан да яҡындарығыҙҙың ҡәҙер-хөрмәтен тойоп, тыныс ҡартлыҡ кисерергә яҙһын. Болошло ауыл биләмәһенең ветерандар советы рәйесе Фәрит Фәрхетдинов ауылдаштарын гәүһәр туй уңайынан ихлас ҡотлап, бүләктәрен тапшырҙы, юбилярҙар хаҡында бик күп маҡтау һүҙҙәре әйтте.
Ысынлап та, йылы һүҙҙәргә лайыҡ улар. Бер-береһенә ихтирам, наҙ тулы ҡараш һалып, һыйынышып ҡына ултырған был парҙарҙан күңел йылыһы, яҡтылыҡ бөркөлә. Оҙаҡ йылдар бергә шулай матур йәшәү серҙәрен белһәң ине тигән һорауыма: «Ғаилә тормошонда бер-береңде ҡәҙер итеү, күндәмлек, сабырлыҡ кәрәк. Алтмыш йыл алтмыш көндәй ҙә булманы, һә тигәнсе үткән дә киткән», – тине улар.
Үҙҙәренең күркәм, матур ғүмер байрамдарын билдәләүсе юбиляр-ҙарға туғандары, балалары, ейән-ейәнсәрҙәре, ауылдаштары тарафынан бик күп йылы һүҙҙәр, ҡотлауҙар әйтелде. Иҫтәлекле бүләктәр тапшырылды. Шулай уҡ Фәниә Ғүмәрова, Рәмзилә Асаева, Сирдар Оразмуратов башҡарыуында моңло йырҙар, Фәрит Фәрхетдиновтың өҙҙөрөп баянда уйнауы кисәгә йәм өҫтәне.
Хәҙер инде туғыҙынсы тиҫтәне ваҡлаған хеҙмәт ветерандары өсөн иң кәрәклеһе һәм иң мөһиме – ул һаулыҡ һәм балаларының хәстәрлеге. Ә балалары, килен-кейәүҙәре иһә, күҙ теймәһен, атай-әсәйҙәре өсөн өҙөлөп тора, уларҙы бала урынына ҡарай. Йәшлек дәртен һүрелтмәй, һәр көндө ҡыуанып ҡаршылаған был ике парға һоҡланмау мөмкин түгел. Артабан да уларға яҡындарының ҡәҙер-хөрмәтен тойоп, тыныс бәхетле ҡартлыҡ кисерергә яҙһын.