-7 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
мәкәләләр
31 Ғинуар 2020, 14:39

Яңы йылды књңелле ҡаршы алдыҡ!

Уҙған йыл Дүртөйлө ауыл Советы ауыл биләмәһе өсөн уңышлы йыл булды – Дүртөйлө ауылы “Башҡортостан Республикаһының иң матур ауылы-2019” конкурсында

Уҙған йыл Дүртөйлө ауыл Советы ауыл биләмәһе өсөн уңышлы йыл булды – Дүртөйлө ауылы “Башҡортостан Республикаһының иң матур ауылы-2019” конкурсында районыбыҙҙы бөтөн республикабыҙға данлап, 3-сө урын алды, республиканың 100 йыллығына бағышланған саралар киң ҡолас менән үтте.

Йәрәмкә ауылы социаль-мәҙәни үҙәгендә яңы 2020 йылды күңелле ҡаршы алдылар. Социаль-мәҙәни үҙәк директоры Әлфирә Әхмәтова менән Зөлфиә Кашафетдинова матур концерт, ҡыҙыҡлы уйындар һәм әүҙем тамашасы өсөн күп сюрприздар әҙерләне. Уйындар музыкаль номерҙар менән бергә үрелеп барҙы. Социаль-мәҙәни үҙәк ҡаршыһында эшләүсе “Дуҫлыҡ” ир-егеттәр, “Умырзая” ҡатын-ҡыҙҙар ансамблдәре, “Салауат күпере” балалар коллективы, “Йәш йөрәктәр” халыҡ фольклор ансамбле, халыҡ уйын ҡоралдары ансамбле сығыш яһаны. “Замана әбейҙәре” скетчын, Кристина Ғәрифуллина һәм Әлфирә Әхмәтова сығыштарын тамашасы яратып ҡабул итте.

Ҡыш бабай (Зинфир Ғәрифуллин), Ҡарһылыу (Айһылыу Хәләпова) һәм Дүртөйле ауылы Советы ауыл биләмәһе башлығы Л. Ғибатова яңы йылда бәхет һәм изгелектәр теләне.

Яңы йыл байрамдары бының менән генә тамамланманы: Әлфирә Әхмәтова башланғысы буйынса, Ҡыш бабай менән Ҡарһылыу һәм башҡа әкиәт персонаждары егеүле аттарҙа (Рим һәм Руслан Малькановтар әҙерләне) Йәрәмкә һәм Кәрәкәшле ауылдары урамдарында йөрөнө, балалар һәм өлкәндәрҙе байрам менән ҡотланы. Ауыл халҡы уларҙы урамда шыршы янында сәй табыны әҙерләп ҡаршы алды. Ғәзнән Ғиләжев гармунда уйнаны. Шуныһы ҡыуаныслы, әлеге сараларҙа һуғыш осоро балалары: Тәржимә Ғибаҙуллина, Зәйтүнә Шәйәхмәтова, Фәрхинур Мофтахова, Шәмсеруй Закирова ла ҡатнашты.

Йәрәмкә һәм Кәрәкәшле ауылдары халҡы мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренә, үҙешмәкәр сәнғәттә әүҙем ҡатнашыусыларға, урамдарҙы биҙәүселәр, байрам сараларын ойошторған һәм унда ҡатнашкан барлыҡ халыҡҡа ихлас рәхмәт белдерә.

Читайте нас: