Өс етем бала үҙ фатирҙарына эйә булды
Тантаналы шарттарҙа район хакимиәте башлығы Илшат Райманов бәхетле яңы өйгә күсеүселәргә асҡыстар тапшырҙы. И. Райманов билдәләүенсә, фатир бар икән тормошоңдо алға табан ышаныслы итеп төҙөргә була. Уларға барлыҡ башланғыстарында уңыштар, йорт усағы йылыһын теләне ул.
Районда эшкә урынлашыу темаһын да ҡуҙғатты район хакимиәте башлығы. Ул әйткәнсә, беҙгә йәш белгестәр кәрәк. Вильмир Әҙелшин армияға саҡырылғансы (ул стратегик билгеләнештәге ракета ғаскәрҙәрендә хеҙмәт иткән), электрсы һөнәре буйынса Өфөнөң яғыулыҡ-энергетика колледжын тамамлаған. Әммә һөнәре буйынса эшләмәй, ул бөгөн – мебель етештереүсе “Метта” йәмғиәтендә бригадир. Тыумышы менән ул Әбделкәрим ауылынан, атай йортонда теркәлгән була. Ә был бина авария хәлендә тип танылыу сәбәпле, яңы йортҡа күсеүселәр араһында булып сыға. Вильмир һеңлеһе менән ун йыл элек атай-әсәйһеҙ ҡалған. Ул ваҡытта уларҙы әсәһенең апаһы һәм ире опекаға ала.
Опекундар – ирле-ҡатынлы Рәжәповтар Миәкә районында йәшәй. Был иҫтәлекле көндө улар Вильмирҙың шатлығын уртаҡлашырға килгән. Ә һеңлеһе педагогика колледжын тамамлай. Уҙған 2019 йылда ғаилә ҡорған.
Айрат Әхмәтйәнов балалар йортонда тәрбиәләнгән. Хәҙер Йәрмәкәй ауылының Бәләбәй механизация һәм электрлаштырыу колледжы филиалында тракторсы һөнәренә уҡый. Филиал директоры урынбаҫары Ирина Лоҡманова әйтеүенсә, ул тырыш егет, һөнәр алырға теләй.
Ангелина Сәлимгәрәева – Бугуруслан медицина колледжын тамамлаған йәш әсәй. Александр менән уларҙың ҡыҙҙары Милославаға бер ай. Улар Приют ҡасабаһында фатирҙы ҡуртымға алған.
Ангелинаға, ике ҡустыһы һәм һеңлеһе менән етем ҡалған саҡта, алты йәш булған. Ул ваҡытта уларҙы Яңы Шах ауылында йәшәүсе өләсәһе менән олатаһы үҙҙәренә алған. Лилиә һәм Шәдә Джумаевтарҙың үҙҙәренең өс балалары булған. Уларға ауырға тура килгән. Тик бер нимәгә лә ҡарамаҫтан, барыһын да аяҡҡа баҫтырғандар. Ангелина әйтеүенсә, туғандары фатир алған инде. Олоһо ғаилә ҡорған, балаһы бар.
Ә хәҙер яңы йорт буйынса экскурсия үтәбеҙ. Унда 33,2 кв.м майҙанлы бер бүлмәле дүрт уңайлы фатир, йәшәү өсөн барлыҡ шарттар ҙа тыуҙырылған. Һыу һәм газ менән тәьмин итеү, индивидуаль йылылыҡ, счётчиктар ҡуйылған. Фатирҙарҙа йылытылған иҙән, түшәм – барыһы ла заманса стилдә.
Һәм шуныһы мөһим – шамбо һәр фатирға айырым. Яҡында ғына район дауаханаһы, мәктәп, физкультура-сәләмәтләндереү комплексы, магазиндар селтәре урынлашҡан. Яңы фатирға күсеүселәргә яҡшылап урынлашаһы ғына ҡала.