-7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
мәкәләләр
29 Ғинуар 2020, 14:32

Күңелле лә, файҙалы ла

Ҡышҡы ялдың бер көнөндә Ҡаңны-Төркәй урта мәктәбендә “Яңы йыл ғаилә уйындары-2020” республика фестиваленең мәктәп этабы үтте.

Ҡышҡы ялдың бер көнөндә Ҡаңны-Төркәй урта мәктәбендә “Яңы йыл ғаилә уйындары-2020” республика фестиваленең мәктәп этабы үтте.

Каникул булыуға ҡарамаҫтан, байрамға бик күп уҡыусылар, ата-әсәләр, уҡытыусылар йы-йылған ине. Район мәғариф бүлеге методистары Эльвир Сөләймәнов һәм Эльвера Зарипова ла килде.

Фестивалдең беренсе өлөшө мәктәптең спорт залында үтте. Сараны асып, мәктәп директоры Гөлзиә Фәнис ҡыҙы Әҙелгәрәева байрамдың һәм ярыштарҙың тәртибе менән таныштырҙы. Ата-әсәләр араһынан да жюри һайлап ҡуйылды.

Күңелле флешмобтан һуң, беҙ ярыштар үтәсәк майҙанға сыҡтыҡ. Ҡатнашыусылар командаларға бүленеп, ике колоннаға баҫты. Судья Әлфир Әҙелгәрәев уйынсыларҙы дәрт-ләндереп торҙо. Уҡытыусылар Әлиә Арыҫланова һәм Гөлнара Ниғмәтйәнова сараны матур итеп алып барҙы.

Бына ярыштар башланып китте: эстафета, туп менән йүгереү, ҡаршылыҡтар аша үтеү, обруч аша сығыу, тупты ҡосаҡлап икешәрләп йүгереү, тупты таяҡ менән тәгәрәтеп йүгереү һәм тағы күп кенә ярыш төрҙә-ре. Ярыштар ҡатнашыусылар өсөн дә, көйәрмәндәргә лә бик ҡыҙыҡлы итеп ойошторолған ине. Жюри йомғаҡ яһағансы, алып барыусылар барыһын да түңәрәккә баҫтырып, музыкаль тәнәфес үткәрҙе.

Ниһайәт, йомғаҡ яһалып, урындар иғлан ителде. Өсөнсө урынды ике ғаилә – Дәниф, Гөлсинә, Динара Кәримовтар һәм Ришат, Әнүзә Айбулат, Нияз Яҡуповтар бүлеште. Икенсе урынды Филүс, Гөлдәр, Әҙилә, Данис Кәримовтар алды. Ә беренсе урынға Дәүләтбаевтар ғаиләһе – Заһит һәм Зөлфиә, ҡыҙҙары Айһылыу, улдары Искәндәр сыҡты.

Еңеүселәргә Маҡтау ҡағыҙ-ҙары һәм иҫтәлекле бүләктәр тапшырылды. Башҡа ҡатнашыусылар ҙа бүләкһеҙ ҡалманы. Бына ул беҙҙең талантлы, өлгөр һәм тормош һөйөүсән ғаиләләр – Әҙелгәрәева Гөлназ ҡыҙҙары менән, Вилдановтар ғаиләһе – Альбина һәм Алина, Таллыҡулдан Арыҫлановтар ғаиләһе – Айҙар һәм Әлиә ҡыҙҙары менән, Денисова Ләйсән улы Марат менән!

Ҡатнашыусылар ҙа, килгән ҡунаҡтар ҙа, ата-әсәләр ҙә, балалар ҙа бик ҡәнәғәт булды. Бәхеттән, көнө лә шундай матур тура килде. Байрам аҙағында бергәләп иҫтәлеккә фотоға төштөк. Сараны ойошторған һәм юғары дәрәжәлә үткәргән мәктәп директоры Г.Әҙелгәрәеваға һәм уның татыу коллективына ҙур рәхмәт әйтеп таралыштыҡ. Ә ярыштың мәктәп этабында беренсе урын алған Дәүләтбаевтар ғаиләһе “Олимп” өҫтәмә белем биреү үҙәгендә үтеүсе район этабында ҡатнашасаҡ.

Читайте нас: