Арҙаҡлы шәхестәр онотолмай. Башҡорт әҙәбиәтенең классигы, азатлыҡ йырсыһы Шәйехзада Бабичтың тыуыуына 125 йыл тулыу уңайынан республикала әҙәби саралар ойошторола.
Ошо көндәрҙә Ямаҡай ауылы китапханаһында ла Шәйехзада Бабичтың 125 йыллығына бағышланған байрам уҙҙы. Унда ауылдың ағинәйҙәре, уҡыусылар ҡатнашты. Улар Шәйехзада Бабичтың ижадын, биографияһын иҫкә төшөрҙө һәм «Беҙ башҡорттар», «Халҡым өсөн», «Ал да нур сәс халҡыңа», «Ҡурайҡайға», «Тупраҡ» шиғырҙарын уҡыны. Китапханасы Айҙар Ҡарасурин бөйөк шағирҙың әҫәрҙәре егерменсе быуат башы әҙәбиәтендә генә түгел, барлыҡ башҡорт әҙәбиәте тарихында иң күренекле урындарҙың береһен алыуын еткерҙе. Кисәлә ҡатнашыусыларға Ш. Бабичтың үҙе иҫән саҡта сыҡҡан берҙән-бер “Йәш Башҡортостан (Зәңгәр жырлар)” тигән китабы менән танышыу мөмкинлеге булды. Булат Йосоповтоң “Бабич” тип аталған фильмын ҡарау Шәйехзада Бабич-тың ижадын тағы ла яҡшыраҡ аңларға этәргес булды.