+11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
мәкәләләр
28 Ғинуар 2020, 19:36

Әсәй булыу – көндәлек хеҙмәт

2019 йыл Баҡалы ауылында йәшәүсе ете ҡатын-ҡыҙ хәтерендә матур хәтирәләргә бай булып ҡаласаҡ.

2019 йыл Баҡалы ауылында йәшәүсе ете ҡатын-ҡыҙ хәтерендә матур хәтирәләргә бай булып ҡаласаҡ. Улар баш ҡалабыҙ Өфөлә үткән республика кимәлендәге байрамда ҡатнаштылар. Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбировтың күп балалы әсәләргә мөрәжәғәт иткән сәләмләү һәм ҡотлау һүҙҙәре был гүзәл заттарҙың хәтерендә оҙаҡ һаҡланасаҡ.

Сильва Авзалова ғаиләһе менән Туҡбирҙе ауылында йәшәй. Ире Дамир менән биш бала үҫтерә, өлкәндәрҙе хөрмәт итергә, хужалыҡ эштәрендә ярҙамлашырға өйрәтә улар балаларын. Данил, Элина, Эвелина мәктәптәге уңыштары менән ҡыуандыра, ә Динислам һәм Самира өлкәндәрҙән үрнәк ала.

Айгөл Ғәлимова ире һәм балалары менән Урманай ауылында йәшәй. Ул Урманай ауыл мәҙәниәт йорто методисы булып эшләй, ире Илдар Ғәлимйән улы вахта ысулы менән төньяҡта хеҙмәт итә. Үҙе, ире, дүрт ҡыҙы һәм улы – үҙешмәкәр сәнғәттә әүҙем ҡатнашыусылар, сәләмәт йәшәү яҡлы улар, йыр-бейеү менән мауығалар. Оло ҡыҙҙары – Айһылыу Өфө медицина колледжы студенты.

Ҡамышлытамаҡтан Ирина Павловна Ғәлимова – хужабикә. Ире менән 6 бала үҫтерә. Оло улдары Русланға 20 йәш, ул студент, Светлана, Аделина, Тимур мәктәптә уҡый, Рәзил һәм Юлай – балалар баҡсаһына тәрбиәләнә.

Нәфисә Закирова Иҫке Ҡороста йәшәй, тормош иптәше менән биш ҡыҙ тәрбиәләй. Өлкән ҡыҙҙары Алһыу колледж тамамлап, эшләй, ситтән тороп юғары уҡыу йортонда белем ала, Айгизә – студент, Айнура мәктәптә уҡый, Азиза һәм Азалия балалар баҡсаһына йөрөй. Ҡыҙҙар ата-әсәләренең тырыш, яуаплы ярҙамсылары булып үҫә.

Ҡамышлытамаҡ ауылынан Елена Лебедева биш балаға ғүмер бирә һәм тәрбиәләй, «Әсә даны» миҙалы менән бүләкләнде. Балалары – мәктәп уҡыусылары Илья, Кирилл һәм Юлиә яҡшы уҡый, Илья тарих буйынса район олимпиадаһында еңеүсе. Кеселәре Злата һәм Глеб рәсем төшөрөргә, йырларға ярата.

Виктория Саватьева ире Александр һәм биш улы менән Яңы Балыҡлы ауылында йәшәй. Дүрт малай мәктәптә уҡый, ә кесеһе әлегә иғтибар талап итә – әсәһе бала ҡарау буйынса ялда. Ире һәм яҡындары был яуаплы вазифаны башҡарыуҙа булыша.

Лилиә Шәмғолова – райондың Баҡалы мәҙәниәт бүлеге бухгалтеры. Дүрт ул һәм ҡыҙы Наҙгөлдө тәрбиәләй. Иң өлкәненә – 15, кесеһенә 2 йәш. Балалар бик татыу, берҙәм, әсәгә өйҙә ярҙам итә, һеңлеләрен ҡарай, ҡылған ғәмәлдәре өсөн яуаплылыҡ тойоп йәшәй.

Мөләйем һәм тырыш ҡатын-ҡыҙҙар еңел булмаған вазифаларын уңышлы башҡара. Улар яҡшы әсәй, балаларын ҡайғыртып, наҙлап үҫтерә, уларға һәм тирә-йүндәгеләргә ғаилә мөнәсәбәттәренең матур өлгөһөн күрһәтә.

Читайте нас: