-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
мәкәләләр
29 Ноябрь 2019, 18:45

Минең өйҙөң йәме

Мостай кәримдең драма әҫәрҙәре туғандарым ижадында

Мостай кәримдең драма әҫәрҙәре туғандарым ижадында

Кеше тыуһа, күк йөҙөндә уның йондоҙо ҡабына, тиҙәр. Ошо тәғәйен ғүмер юлын әҙәм үтеп, фанилыҡтан күсһә лә ул йондоҙ һүрелмәй, баҙлап яна ғына икән. Ул башҡаларға нур өләшеүен дауам итеп, беҙҙең хәтерҙәрҙә, иҫтәлектәрҙә мәңге тере булып йәшәүен дауам итә.

Эйе, беҙ йыш ҡына ғаләм киңлегендә балҡыған йондоҙҙарға ҡарап һоҡланабыҙ. Ә бит "йондоҙҙар"ҙан башҡа ла был тормошта матур, ҡабатланмаҫ эҙ ҡалдырған ябай хеҙмәт эйәләре, изге күңелле кешеләр ҙә бихисап.

Шундайҙарҙың береһе – ике туған ағайым Биктимер Муллабаев булыр. Ағайымды мин һис шикһеҙ, "Минең өйҙөң йәме", тип ысын мәғәнәһендә әйтә алам. Ҙур ихтирам һәм ғорурлыҡ менән уның рухына бағышлайым мин был мәҡәләне.

Ысынлап та, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Биктимер Муллабаевтың уҙған ғүмер юлы атылған йондоҙға тиң – ҡыҫҡа ғүмере эсендә лә ул йондоҙо сатҡыһын башҡаларға өләшеп йәшәне. Һәм уның йондоҙо бөгөнгө көнгә тиклем, яҡты рух булып беҙҙең күңелдәргә күсеп, ғаиләһе, туғандары, өсөн яҡты нур булып балҡый. Әҙ генә ижад юлында ла күпме иҫтә ҡалырлыҡ, сағыу образдар тыуҙырҙы ул, ә уйналмаған ролдәре күпме ҡалды! Ысынлап та, һәр бер ролен ҡабатланмаҫ итеп башҡарыу һәләтенә эйә ағайым тырышлығы менән хөрмәт ҡаҙанған, үҙенсәлекле образдары менән исемен сәнғәт күгендә балҡыған шәхес тә ул.

Биктимер Муллабаев Өфө сәнғәт училищеһының актёрҙар бүлеген Фәндүнә Ҡасимова һәм Лек Вәлиев курсында тамамлай, диплом спектаклдәрендә Мостай Кәримдең «Ҡыҙ урлау» комедияһында Шәрәй һәм грузин драматургы Нодара Думбадзеның «Мин, өләсәй, Илико һәм Илларион» пьесаһында ҡарт Илларион ролдәрен башҡара. Ун йылдан ашыу ижад ғүмерендә ағайым 24 роль өҫтөндә эшләп өлгөрә.

Мостай Кәрим ижад иткән пьесалар исемлеген теҙеп киткәндә: Низам («Йырланмаған йыр»), «Диктаторға ат бирегеҙ!»ҙә Мөртатша, «Ҡыҙ урлау»ҙа мулла Шәрәй һәм Дәүләтбай. Свердловск киностудияһы төшөргән «Ай тотолған төндә» трагедияһы буйынса нәфис фильмда ағайым – Диуана ролен уйнай.

Диуана образы – донъяны үҙенсә күрә, фекер йөрөтә, автор тарафынан ғәжәйеп тәрән фәлсәфәле итеп яҙылған герой. Диуана – тәү ҡарауға аҡылға бер төрлө, бала холоҡло, ышаныусан, ғәрип бер бәндә итеп бирелһә, Биктимер Муллабаев уйнауында ул фәлсәфи – трагик кимәлдә башҡарыла.

Тағын да өйөбөҙҙөң йәме, нуры булған шәхесебеҙ, Илнур туғаным.

Ул атаһының юлын дауам итеүсе – бөгөн ул да сәнғәт мөхитендә ҡайнап йәшәй – Мостай Кәрим исемендәге Милли Йәштәр театрында режиссёр булып эшләне, әлеге көндә Туймазы татар дәүләт драма театрының баш режиссёры, республикабыҙ театрҙарында ла спектаклдәр ҡуя. Ә бына диплом эшендә Илнур утлы йылдар сыныҡтырған балалар донъяһын сағылдырған һәм тылдағы халыҡтың ҡаһарманлы-ғын һүрәтләгән сәхнә әҫәрен тәҡдим иткән. М.Кәримдең “Йәләлетдин атай" пьесаһын сәхнәлешетереп, Ҡуянов образы менән тамашасыларҙы хайран ҡалдырған.

Үҙемде белгәне бирле, мин Мостай Кәримдең балалар өсөн яҙылған хикәйәләрен уҡып, әхирәттәрем менән уның геройҙары булып ҡыланып, кескәй генә мини-спектакль уйнай инек. Үҫә төшкәс ағайым үҙенең сәхнәләш дуҫтары менән, ә дөрөҫөрәге М.Ғәфури исемендәге артистар менән "Оҙон-оҙаҡ бала саҡ" спектакле менән ауыл клубында уйнаны. Хайран ҡалып, Оло инәй образын нәнәйем Һөйәрбикә менән сағыштырып, һоҡлана инем. Нәнәйем дә сәстәренә шулай суҡлы тәңкәләрен үреп, үҙе теккән матур камзулдарын, әберкәле, сағыу күлдәктәрен кейеп, йөҙөк-беләҙектәрен тағып, алыҫтағы ҡыҙы ебәргән күстәнәстәрен кеҫәһенә һалып килеп керер ине. Ул килгәс мин, Кендек кеүек, уның артыннан ҡалмай әле бер туғандарҙа, әле икенселәрендә ҡунаҡ булып йөрөй инем. Мостай Кәрим ижады шәхсән минең үҙ тормошомда уҡытыусы булараҡ һәм бөгөнгө көндә ауыл китапханаһында хеҙмәт итеүем менән, ниндәҙер кимәлдә минең дә тормошомда мөһим роль уйнай. Балалар алдында уның геройҙары булып сығыш яһаумы, йә иһә әҫәрҙәренә бәйле саралар үткәреүме, ижадына бағышланған концерттар әҙерләүме, спектаклдәрен сәхнәләштереүме, ғөмүмән уның ижады һәр ваҡыт ҙур асыштар, эҙләнеүҙәр, күңелдәргә йәм, нур, илһам биреүсе серле бер мөғжизә.

Кешелек донъяһы яралғандан алып, бөгөнгәсә асылмай ҡала биргән, ылыҡтырғыс, гүзәл илаһи бер донъя ул сәхнә. Уның иң мөһим тәғәйенләнеше – уйын аша ваҡиғаларҙы, төрлө фәһемле яҙмыштарҙы һүрәтләп башҡаларға тәрбиә, эстетик зауыҡ биреү. Әммә сәхнә түренә теләгән берәү баҫа алмай. Артистар яҙмышы ла шундайҙарҙан бит – балҡып, янып-яндырып йәшәйҙәр ҙә, тыныс ҡына мәңгелеккә инеп юғалалар.

Мостай Кәримдең ижады – милли ҡаҙаныш. Уның исеме сит тарафтарҙа ла яҡшы таныш. Һис шикһеҙ, ул, Башҡортостандың символы, Республикабыҙҙың йәме, нуры, ҡото. Уның ижады әле кешелек донъяһын оҙаҡ йылдар дауамында яҡты маяҡ булып беҙҙе илһамландырып торасаҡ. Өйөмдөң йәме булған туғандарым ижады ла ауылдаштарым, райондаштарым, театр һөйөүселәр күңелендә оҙаҡ һаҡланыр, яҡты нур булып балҡып яныр.

Читайте нас: