Фестиваль йылдан-йыл ҡыҙығы-раҡ үтә, тамашасыларҙы һәм унда үҙҙәренең көстәрен һынап ҡарарға теләүселәрҙе күберәк йәлеп итә бара. Быйыл был мәртәбәле сарала республикабыҙҙың район-ҡалаларынан һәм күрше Татарстан республикаһынан 167 кеше ҡат-нашты. Бәйге шарттарына ярашлы музыкаль белемгә эйә булыу, профессионал булыу мотлаҡ түгел. Кем Рим Хәсәновтың йырҙарына ғашиҡ, шул ҡатнаша ала. Конкурстың нәҡ ошо үҙенсәлеге кешеләрҙе үҙенә тарта ла инде. Яҡташыбыҙҙың йырын кем генә башҡарһа ла, унда Рим Хәсәнов йырҙарына тәрән һөйөү сағыла ине. Шуныһы ҡыуаныслы, Гала-концертҡа автор үҙе килгәйне.
Фестиваль район хакимиәте башлығы Ю. Коземасловтың сәләмләүе менән башланып китте. Жюри составында Рәсәйҙең атҡаҙанған, Башҡортостан һәм Татарстандың халыҡ артистары Иҙрис Ғәзиев, Нәзифә Ҡадирова, БР-ҙың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Миләүшә Иҙрисованың булыуы үҙе ни тора!
Сығыш йомғаҡтары буйынса
Гран-приға Стәрлетамаҡ ҡалаһы-нан Илдар Әбдрәшитов лайыҡ булһа (уға Кубок һәм Хазина-Тур фирмаһының юлламаһы тапшырылды), «Үҙешмәкәр яңғыҙ баш-ҡарыусылар» номинацияһының 1-се дәрәжә лауреат исеме Татарстандан Дилүс Ғүмәровҡа бирелде. «Профессиональ яңғыҙ башҡарыусылар» номинацияһында 1-се дәрәжә лауреат кубогы Нефтекама ҡалаһынан Илгиз Миңнеәхмәтовҡа тапшырылды.
Дүртөйлө районынан килгән "Моңдаръя" вокал ансамбле "Үҙешмәкәр вокал коллективтар" номи-нацияһында еңеү яуланы.
Районыбыҙҙан Гөлназ Вилданова «Үҙешмәкәр яңғыҙ башҡарыусылар» номинацияһында өсөнсө урын алды. Район Мәҙәниәт йортонда эшләп килгән "Аманат" башҡорт халыҡ вокал ансамбле "Үҙешмәкәр вокал коллективтар" номинацияһында 3-сө дәрәжә лауреат исеменә лайыҡ булды.