-7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
мәкәләләр
27 Ноябрь 2019, 19:28

Келәш аҡһаҡалы

Яҡташыбыҙ яҙыусы Камил Йыһаншин юбиляр тураһындағы

Яҡташыбыҙ яҙыусы Камил Йыһаншин юбиляр тураһындағы хәтирәләре менән уртаҡлаша

Йәнә япраҡтар ҡойола. Һауала осоп йөрөгән яңғыҙ алтын япраҡҡа ҡарайым да, кешеләрҙе лә япраҡтарға оҡшатам – уларҙы ла тормош ығы-зығыһы эләктереп ала ла, әйләндерә, бөтөрә һәм күңеле һулыған, тәне хәлһеҙ килеш ергә һылай. Көслө рухлы бик аҙҙары ғына, елдәргә ҡаршы барып, үҙҙәре генә белгән юлдар менән артабан оса. Шуларҙың береһе – Башҡортостандың рухи башлығы Мостай Кәрим.

Борон-борон заманда, бала саҡта, мине, атай-әсәйем менән Алыҫ Көнсығыштан ҡайтҡан баланы, атайымдың тыуған төйәге – Соҡаҙыбашҡа алып барҙылар. Бәләбәй ҡалҡыулығы эргәһендә, инеш буйлап һуҙылған берҙән бер урамлы ауыл ине был. Юлдың аҙағын ат арбаһында үттек. Юлдаштарыбыҙҙың береһе һаубул-лашҡанда ни өсөндөр: “Улым, ә һинең ауылың ҡайҙа?” – тип һораны. Мин ҡалҡыулыҡ башында тотҡарланған ҡояш яғына күрһәттем. Юлсы уйсан ғына тау түбәләренә ҡарап торҙо ла: “Һин бәхетле, юлың ҡояшҡа илтә!” – тине.

Ошо ябай күренеш ни өсөндөр хәтеремә шул тиклем уйылып ҡалған, Мостай ағай тураһында уйлай башлаһам, ул иҫкә төшә. Был тиңдәшлек осраҡлы түгелдер, тип уйлайым. Тормошо әҙәбиәт менән бәйле күптәр ижади эҙләнеүҙәрендә ирекһеҙҙән Мостай Кәрим тип аталған ҡояшҡа тиклем күтәрелергә, үрелергә ынтыла.

Уның йөрәк түренән сыҡҡан, фәһемле, игелек һәм мөхәббәт менән һуғарылған ижады ҡәләм тирбәтә генә башлаған йәш яҙыусыларҙы туйындырҙы һәм туйындырыуын дауам итә, уларҙа яңы фекер эҙләү һәм үҙләштереү, телен сарлау теләге уята.

Мостай ағайҙың “ваҡыт сиктәренә һыймаған алыҫ сәфәргә” китеүенә байтаҡ ғүмер уҙҙы, мин иһә һаман уның тураһында уҙған заманда яҙырға кәрәклеге менән килешә алмайым. Хоҙай уға ғүмерҙе ҡыҙғанмаған, тотош 86 йыл биргән. Һүҙ ҙә юҡ – байтаҡ был. Әммә өлкән йәштә лә уның фекерҙәре үтемле һәм хисле булыуын белгән, күҙҙәренән һирпелгән малайҙарға хас шаян осҡондарҙы, үҙенсәлекле, уға ғына хас “мостайса” юморҙы хәтерләгән йөрәк бының менән килешә алмай.

Ул үҙе баҡыйлыҡҡа күсергә тыныс, ашыҡмай ғына, ығы-зығыһыҙ әҙерләнде.

Аяҙҙа ла, йонсоу көндәрҙә лә,

Ғүмер юлы тигән араны

Уҙған саҡта,

Йондоҙҙарҙай күреп,

Мин күҙҙәргә ҡарап барамын,

Кешеләрҙең шат, өмөтлө, моңһоу

Күҙҙәренә ҡарап барамын, –

Юлдарымда аҙашмаҫ өсөн,

Йырҙарымда аҙашмаҫ өсөн.

...Беҙҙең арала, минең өсөн көтмәгәндә, шунда уҡ йылы мөнәсәбәттәр урынлашты. Беҙ бик һирәк осрашһаҡ та (ғәҙәттә шылтыратыша инек), мин һәр ваҡыт рухи яҡынлыҡ тойҙом. Ҡайһы саҡ уйымда уның менән әңгәмәләшә инем. Шуныһы ҡыҙыҡ, ҡыйыулығым етеп, шылтыратһам, Мостай ағай ғәжәпләнә: “Нисек белдең? Бына һинең телефонды эҙләй инем”.

Хәҙер аңлайым, кешегә ҡарата ихтирамлы, дуҫтарса мөнәсәбәт – Мостай Кәрим холҡоноң айырылғыһыҙ бер өлөшө. Ул үҙенең тормош юлында осраған кешеләргә, уларҙы ҡатламдарға айырмайынса, ихтирам менән ҡараны. Һәр кешелә хөрмәткә лайыҡ шәхес күрҙе. Уның күҙ буяу өсөн генә булмаған иғтибары үҙ-үҙенә – бөтә донъяға танылған Шағирға шаярыу ҡатыш талапсан мөнәсәбәте менән үрелә ине. Ошо һирәк осрай торған сифаты таң ҡалдырҙы ла инде мине.

Әлбиттә, талантлы шәхес булараҡ, уның дошмандары, көнләшеүселәр ҙә бар ине, өҫтәүенә, ул үҙенең тормошҡа ҡарашын һәр ваҡыт әүҙем яҡланы. Әммә Мостай ағай уларҙы күрмәмешкә һалышты, үҙе иһә бер кемде лә яманлап һөйләмәне.

Кем артынан барырға, кемгә ышанырға тип икеләнеп ҡалған саҡтарҙа уның ябай һәм теүәл кәңәштәре бөтә икеләнеүҙәрҙе таратты, беҙгә рухи терәк булды. Илебеҙ иҡтисадын баҙар һуҡмағына борғанда айырыуса мөһим ине был, сөнки күпселек халыҡ ул осорҙа үҙенең рухи булмышын юғалтты.

Уның һүҙҙәре көслө тәь-ҫир итте, сөнки кешеләргә ысын күңелдән бәхет һәм игелек теләгән намыҫлы йөрәктән сыҡҡан ине улар. Һәр ҡайһыбыҙға хас булғанса, уның да етешһеҙлектәре булғандыр, моғайын, әммә улар уның күңел байлығы һәм зирәк аҡылы алдында һүнеп юғалды.

Мостафа Сафа улы тураһындағы яҙмаларымды туплап, “мостай” юморының үҙенсәлекле бер нисә өлгөһөнә туҡталырға рөхсәт итегеҙ.

Мостай Кәримгә 85 йыл тулыу айҡанлы ойошторолған хөкүмәт тантанаһынан һуң ҡунаҡтар таралышты. Татарстан вәкилдәре һәм хөкүмәт ағзалары ғына тотҡарлан-ды. Улар банкет залы ишек төбөндә юбилярҙы көтөп тора ине. Мин дә ошо төркөмдә, сөнки Мостафа Сафа улының плащы гардеробта минеке менән бер элгескә эленгән. (Мостай ағай: “Камил, һин яуаплы кеше, минең плащты үҙеңдеке менән бергә эл”, – тине).

Бына зал аша башын ҡыйыҡ һалып, бераҙ аҡһабраҡ, һалмаҡ ҡына атлаған юбиляр күренде, һул ҡулында иһә күкрәгенә ҡыҫып... бер киҫәк ыҫланған ат ите тотҡан. Үҙе атлай, үҙе хәйләкәр йылмая. Барыһы ла ғәжәпләнде, әлбиттә, нишләп итте үҙе менән алған ул? Кемдер: “Теләктәр күп булды, ашарға өлгөрмәгәндер”, – тине хатта.

Ул арала Мостай ағай беҙҙең янға килеп етеп, малайҙарға хас шуҡлыҡ менән:

– Нимә, юлға берәрҙе тотмайбыҙмы әллә? – тимәһенме.

Барыһы да йылмайып ебәрҙе, йәнләнде. Официанттар йәһәт кенә “Шаляпинская”ны, ҡабымлыҡлы подностар күтәреп сыҡты. Шулай итеп, “юлға” тоттоҡ. Әйткәндәй, банкеттың башындан аҙағына тик-лем Мостафа Сафа улы минерал һыу ғына йотоп ултырҙы. Кисә тамамланыуына (етмәһә, ифрат уңышлы) инанғас ҡына, “юлға” берәрҙе тоторға тәҡдим итте. Ул шарабһыҙ ҙа кис буйы күңел асты, ҡунаҡтары менән үҙен бәхетле тойҙо. Балалары Илгиз менән Әлфиә лә яҡшы кәйефтә ине.

Шул уҡ көндө, әммә опера һәм балет театрындағы тантаналы йыйылыштың антракты ваҡытында булған тағы бер ҡыҙыҡ ваҡиға иҫкә төштө. Мостафа Сафа улы кешеләр араһында дуҫы, Ҡаҙағстандың халыҡ яҙыусыһы Әбдейәмил Нурпеисов менән һөйләшеп тора. Көтмәгәндә халыҡты йырып, телевидение операторы пәйҙә була һәм Мостай ағайға китап менән ручка һуҙа:

– Ҡатын Мостай Кәримдең имзаһынан башҡа өйгә кертмәйем тине! – ти.

Мостафа Сафа улы әңгәмәне бүлмәйенсә генә, нимәлер яҙып бирә. Бәхетле егеттең иңе аша үрелеп уҡыйым: “Ирегеҙҙе өйгә кертегеҙ инде. Мостай Кәрим”.

Мостай ағай “Ғүмер миҙгелдәре” китабын бүләк иткәндә миңә лә ғәҙәттән тыш имза бирҙе. “Ҡәҙерле Камил, һин йәнлектәр һәм башҡа йән эйәләре тураһында, мин кешеләр тураһында яҙғандан кәм яҙмайһың. Электән үк ихтирамлымын. М. Кәрим”. Нисек инде ошондай һүҙҙәрҙән һуң насар яҙаһың?! Хаҡым юҡ!

Мостафа Сафа улы һәр ваҡыт ҡәләмдәштәре ижадына иғтибарлы булды. Быны мин дә үҙемдә тойҙом. 2004 йылда “Бельские просторы” журналында минең “Скитники” романын ҡыҫҡартып баҫтырҙылар. Оҙаҡламай Мостафа Сафа улы шылтыратты һәм: “Камил, ваҡытың бармы? Иртәгә сәйгә һуғылмайһыңмы?” Икенсе көндө осраштыҡ, уның өҫтәлендә ситтәре төҙәтмәләр менән тулған “Скитники” романын күреп, бик ныҡ ғәжәпләндем. Төҙәтмәләрҙе тикшереп сыҡҡас, Мостафа Сафа улына кәңәштәре өсөн рәхмәт белдерҙем һәм, ҡулъяҙмамдың уның йөрәгенә үтеп инеүен тойоп, баш һүҙ яҙыуын үтендем. Ул шунда уҡ ризалашты – мин быны көтмәгәйнем.

Хәтерҙә йәнә “Һинең юлың ҡояшҡа үрләй” тигән һүҙҙәр яңырҙы, әммә инде Мостайға хас уйсанлыҡ менән. Ярты быуат элек әйтелгән һүҙҙәр минең өсөн ҙур әһәмиәткә эйә. Кеше ғүмере – Ҡояшҡа юл булыуына ишара был. Уның һәр кеше өсөн шулай булыуы хәйерле.

...Мостай Кәримдең арабыҙҙан китеүенә 14 йыл. Минең иһә уның хаҡында үткән заманда һөйләйһем килмәй. Ахырғаса зиһене асыҡ булды, шаяртырға әҙер ине. Бындай кешеләр мәңге йәшәргә тейеш. Хәйер, был шулай ҙа бит инде – китаптары менән һәр саҡ беҙҙең арала ул.

Күтәрелдем бейек түбәләргә,

Сәләм бирҙе миңә шаңдауҙар.

Тауға ҡарап, тау булаһым килде.

Ах, хыялым минең – шул тауҙар...

Шағирҙың тау булыу хыялы тормошҡа ашты – былтыр Рус география йәмғиәте Баш Кавказ һыртының диңгеҙ кимәленән 3555 метр бейеклектә ҡалҡып торған исемһеҙ тау түбәһенә Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәрим исемен бирҙе.

Читайте нас: