+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
мәкәләләр
14 Ноябрь 2019, 18:01

Каникул артта ҡалды, алда яңы уҡыу йылы һәм байрамдар

Бына каникулдар үтеп тә китте... Балалар күңелендә йәйге каникул оҙаҡ һаҡланасаҡ.

Бына каникулдар үтеп тә китте... Балалар күңелендә йәйге каникул оҙаҡ һаҡланасаҡ. Йәй көнө Йәремкә ауылында социаль мәҙәни хеҙмәткәрҙәр тарафынан күп төрлө ҡыҙыҡлы уйындар, викториналар, конкурстар, экскурсиялар, экологик акциялар үткәрелгән. Был саралар балаларға тыуған илде яратырға, тәбиғәтте һаҡларға өйрәтте, патриотик, эстетик, әхләҡи тәрбиә бирҙе.

Лагерҙы ябыу тантанаһы ла ҡыҙыҡлы үтте. Уҡыусылар өсөн бай йөкмәткеле программа, «Бына йәй үтеп тә китте” тигән сара әҙерләгәндәр ине. Байрамдың иң әүҙем ҡатнашыусыларына тәмле приздар, премиялар, дипломдар таратылды. Уларҙың спонсоры Альбина Садыҡова булды.

Байрам табында ул шулай уҡ ата-әсәләр исеменән сығыш яһаны, балаларҙы яңы уҡыу йылы менән ҡотланы, Дүртөйлө ауыл Советы ауыл биләмәһе башлығы
Л. Ғибатоваға рәхмәт белдереп, бүләктәр тапшырҙы.

Читайте нас: