+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
мәкәләләр
30 Октябрь 2019, 16:52

Эстафета - күршеләрҙә

Рәсәйҙә һәм Башҡортостан Республикаһында һәүәҫкәр театрҙарҙың Театр йылына бағышланған фестиваль-марафоны дауам итә.

Рәсәйҙә һәм Башҡортостан Республикаһында һәүәҫкәр театрҙарҙың Театр йылына бағышланған фестиваль-марафоны дауам итә. Бөгөн, 30 октябрҙә, “Родина” мәҙәниәт йортонда район Хаҡимиәте башлығы урынбаҫары Сергей Подоприхин Рәсәйҙә театр йылы штандартын күршеләребеҙ – Октябрьский ҡалаһына тапшырҙы. Уны Октябрьский ҡалаһы ҡала округы башлығы урынбаҫары вазифаларын үтәүсе Светлана Тимерхан ҡыҙы Басирова ҡабул итте. Октябрьскийлылар ҙа буш ҡул менән килмәгән ине. “Сулпан” һәүәскәр театрҙар берләшмәһе (“Нур” клубы) туймазылыларға Наил Ғәйетбай пьесаһы буйынса “Аты барҙың – дәрте бар” спектаклен тәҡдим итте.
Гүзәл Бәдретдинова.
Читайте нас: