Йәнә бер күренеш хәтеремдә. 1943 йылдың яҙғы көндәре. беҙҙең өйҙән алыҫ түгел ауыл клубы бар. Заманында ул ауыл мәсете булып, уның манараһын киҫеп ташлап, клуб иткәндәр. Мин көн һайын бына ошо клуб янына барып, тәҙрәләренә ҡарайым. Клубтың һәр тәҙрәһенән миңә ололар ҙа, балалар ҙа ҡарап тора. Әммә, ни өсөндөр, улар унан бер ҙә сыҡмайҙар, шуны аңламайым. Көндәрҙең береһендә клубтан бер апай сыҡты ла: “Балам, бында йөрөмә, һин дә сирләрһең”, – тип мине ҡайтарып ебәрҙе. Ошо кешеләр хаҡында әсәйемдән һорап белешкәнем хәтеремдә. Ул йылды яҙын ҡар аҫтынан сыҡҡан ашлыҡтан бешерелгән аҙыҡ менән ағыуланған халыҡ ғаиләләре менән ҡырылған. Бына кемдәрҙе йыйған булғандар икән клубҡа ул саҡта.
Күңелгә уйылған миҙгелдәрҙең йәнә береһе. Беҙгә яҡын бер йорт тирәһендә һәр саҡ балалар ҙа, ололар ҙа күп була. Мин дә шул йорт тирәһендә уралам, тәҙрәһенән дә ҡарайым. Бер көн унан бер апай сығып, мине саҡырып алып керҙе. Ҡараһам, унда 15-ләп бала ашап ултыра. Башта бейеп күрһәт, шунан һиңә лә ашарға бирәм, ти теге апай. Һәм мин тыпырҙап та киттем. Теге апай көлә-көлә миңә бутҡа һалып бирҙе. Ҡайтып был хаҡта йәнә әсәйемә һөйләнем. Ниңә әрһеҙләнеп йөрөйһөң, тип әрләп тә алды ул мине. Был йортта бик ауыр тормошло кешеләрҙең балаларын ашатҡандарын аңларлыҡ йәштә түгел инем шул әле.
Күҙ алдымда йәнә бер күренеш. Миңә дүрт йәш тирәләре булғандыр. Ауыл уртаһындағы иҫке генә бер йортта йәш кенә ҡыҙҙар бәрәңге киптерә. Минең дә Рәүилә апайым, күрше ҡыҙҙары Зәкирә, Зифа, Баныу, Миңлегөл, Сәүиә, Минсира апайҙар шунда көндөҙ ҙә, төнөн дә эшләйҙәр. Мин дә көндөҙ улар янына барам. Шунда Рәүилә апайым миңә кешегә күрһәтмәй генә киптерелгән бәрәңге бирә. Уның тәмлелеге... әле лә шул тәм тел осомда тора. Апайымдар бәрәңгене киптереп, фронтҡа ебәрергә әҙерләгәндәрен үҫә төшкәс кенә белдем.
Эйе, ул саҡтағы ауырлыҡтарҙы һөйләп тә, яҙып та бөтөрөрлөк түгел. Ауылдағы һәр өйҙән йәп-йәш егеттәр, емертеп донъя көткән ир-аттар һуғышҡа китеп бөттө. Ауылда ҡатын-ҡыҙҙар, ҡарт-ҡоро, бала-саға ғына ҡалды. 8-9 йәшлек малайҙар ҙа бесән саба, мал ҡарай, сабата үрәләр. Кешеләр бигерәк тә аслыҡтан яфаланды. Күптәрҙе йәйен емеш-еләге менән урман ҡотҡарҙы.
Күңелһеҙ һыуыҡ өйҙәре, бәҫләнеп туңған бер ҡат тәҙрәләре, йөрәккә үтеп инерҙәй һалҡын ҡар-буран-дары менән бөгөн дә күҙ алдымда, бөгөн дә күңелдәрҙе өшөтә ул мәлдәр.
Ул ваҡыттарҙа ауылда бар кешенең өй, аҙбар, мунса түбәһе һалам менән ябыла ине. Ямғыр яуа башлау менән өйҙәргә һыу үтеп яфалай. Мунсалар ындырға һалына, сөнки түбәләр һаламдан, янғын сығыуҙан ҡурҡалар. Ауыл ихаталары ситәндән генә үрелгән, кәртәнән эшләнгәндәре бик һирәк кешелә ине. Бәрәңге баҡсалары ла ҙур, уны ҡул менән ҡаҙып сәсәләр. Бәрәңгенең сорты насар булғандырмы, уңышы бик әҙ була ине. Аслыҡтан яфа-ланған халыҡ һуғыш ваҡытынан башлап 1953 йылдың мартына ҡәҙәр ит, бәрәңге, йомортҡа, һарыҡ йөнө рәүешендә һалым түләне. Уны түләгәндән һуң өйҙә ашарға бер ни ҡалмауына аптырарлыҡ түгел ине.
Кис етһә, кешеләр бер-береһенә кәрәсингә йөрөй. Кәрәсин ҡыуыҡһыҙ лампаға ла етмәй. Иртә менән, һоҫҡо тотоп, мейес яғылған йортҡа утлы күмергә йүгерәләр – шырпы юҡ.
Ситән абҙарҙа малдар ҙа һыуыҡ-тан интегә. Быҙаулаған һыйыр нисә тапҡыр өйгә индерелеп һауыла, бөтөн бәрәстәр ҙә өйҙә, һыуыҡта аяҡтары туңған тауыҡтар ҙа өйҙә – мөрйә аҫтында.
Һуғыш башланғанда миңә бер йәш кенә булғанлыҡтан, атайымдарҙы һуғышҡа оҙатыуҙы хәтерләмәйем. Һуғышҡа атайым, уның өс туғаны китә, араларынан Фәтхетдин ағай ҡайта алмай. Уның ҡатыны Сабира еңгә өс бала менән яңғыҙ ҡалып, уларҙы үҙе генә үҫтерҙе.
Һуғыштан беренсе булып ҡайтҡан Усман Хәйруллинды хәтерләйем, ул яраланған, танауы бинт менән бәйләнгән ине. Бик һәйбәт кеше ине ул. Ғүмер буйы ферма мөдире булып эшләне. Иҫән ҡалғандар шулай әкренләп һуғыштан ҡайта башланы. Июль айҙары булғандыр, минең атайым да ҡайтып төштө. Миңә биш йәштәр самаһы ине ул саҡта. Ихата тулы кеше, ҡайһыһы илай, ҡайһыһы атайымды ҡосаҡлай, һорашыуҙар, һөйләшеүҙәр китте. Күршебеҙ 6 йәшлек кенә Фәнүздең: ”Насретдин ағай, беҙҙең атайҙы күрҙеңме, ул ҡасан ҡайтыр икән?” – тип илай-илай һорағаны ғүмергә иҫтән сығырлыҡ түгел. Юҡ шул, ҡайта алманы Усман ағай. Ғарифә еңгә өс балаһы менән ғүмер буйы көттө уны.
Ә күпме ауылдашыбыҙ һәм туғандарыбыҙ һуғышта дошманға әсирлеккә төшөп, яҙмыштары ҡатмарланды. Был хаҡта беҙ үҫә төшкәс кенә белдек, сөнки улар үҙҙәре лә, башҡалар ҙа был турала һөйләп барманы. Һуғышта һаулыҡтары ҡаҡшап ҡайтҡан күпме ир-аттың ғүмере иртә өҙөлдө.
Әммә ул ваҡытта ла кисен урамға сыҡһаң, ауыл өҫтөндә гармун, йыр тауыштары яңғырап торор ине, сөнки һуғыштан ҡайта алмаған аҫыл егеттәргә алмашҡа йәш, сибәр гармунсы егеттәр үҫеп етте. Мөнир Шәйәхмәтов, Миңнехан Байбулатов, Риян Латипов, Мөсәүир Ибраһимов шундай егеттәр ине. Ҡыҙғанысҡа күрә, уларҙың береһе лә был донъяла юҡ инде. Күбеһе иртә һәм фажиғәле киттеләр баҡыйлыҡҡа.
Хәҙер тормоштар Аллаға шөкөр, ауырлыҡтарҙы күп күргәнгәме, бөгөнгөнөң ҡәҙерен бик белгән быуын беҙ. Шуға ла бөтөн теләгебеҙ – сәләмәтлек һәм донъялар тыныслығы.