+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
мәкәләләр
25 Октябрь 2019, 19:30

Ауылда шундай ҡатын йәшәй

Өлкәндәр көнө – ул беҙгә сикһеҙ ҡәҙерле кешеләребеҙ – атай-әсәйҙәребеҙ, өләсәй-олатайҙарыбыҙ көнө.

Өлкәндәр көнө – ул беҙгә сикһеҙ ҡәҙерле кешеләребеҙ – атай-әсәйҙәребеҙ, өләсәй-олатайҙарыбыҙ көнө. Был – кешелек йомартлығы, етлеккәнлек, рухи ныҡлыҡ көнө – оло тормош юлы үткән, һуғыш һәм юғалтыуҙар кисергән кешеләргә хас сифаттар. Шундай кешеләр араһында мин Усман Ташлы ауылында йәшәүсе көслө рухлы, яғымлы һәм һиҙгер ханым, Йәүһәриә Хәбибуллинаны атар инем.

Тиҙҙән уға 83 йәш тулалыр тип уйламаҫһың да. Һоҡланырға ғына мөмкин уға: тормошҡа ҡыуана белә. Әгәр хәлдәре насар була ҡалһа, бирешмәй, ә хәл юҡлыҡта һауа торошоноң үҙгәреүен генә ғәйепләй…

Беҙҙең геройыбыҙ бөтә ғүмерен хеҙмәткә бағышланы. Хәҙер ҙә тик тормай: мал-тыуар, баҡса ҡарау, ейәндәре тураһында ҡайғыртыу – барыһына ла өлгөрә. Уның өсөн тормош – балалары, ейәндәре, уларҙы ныҡ ярата өләсәй. Башҡаса булдыра алмай, үҙе өсөн йәшәргә өйрәнмәгән.

Йәүһәриә апай – изге күңелле, һиҙ-гер, иғтибарлы кеше. Туғандарына ғына түгел, ярҙамы кәрәк булған һәр кемгә лә булыша ул. Уның тормошо, шул заманда йәшәгән, башҡа һуғыш осоро балаларыныҡы кеүек үк, ауыр булған. Күңел яралары, ауырыуҙар булһынмы, бер нәмәгә лә ҡарамаҫтан, ул көслө рухы һәм хеҙмәт һөйөүсәнлеге менән таң ҡалдыра. Ғүмере буйы оптимист, был сифат уға тормош ауырлыҡтарын еңергә ярҙам итте. Ул биш бала тәрбиәләп үҫтергән, ун ейәнсәр һәм һигеҙ бүләсәһен көтөп ала. Был бәхет түгелме ни?!

1936 йылда Миәкә районының Елдәр ауылында күп балалы ғаиләлә дүртенсе бала булып тыуа Йәүһәриә инәй. Һуғыш башланғанда уға биш йәш була, атаһы һуғышҡа китә һәм әйләнеп ҡайтмай. Биш бала әсәһенә бик ауырға тура килгән. Ул ат менән 70 саҡрымға Аксёнға яғыулыҡ алырға сығып киткән, ә өлкәндәре көндәр буйы колхозда эшләгән. Ас булғандар. Йәүһәриә апайҙың бала саҡтан иң яҡты хәтирәләре – өлкән ағалары һәм һеңлеләре менән яланда ҡалған, туңған бәрәңгене йыйып, иҙеп, һуңынан әсәйҙәре ҡоймаҡ бешергән... Ә 5-се класты тамамлағандан һуң, 14 йәшендә Приютка эшкә урынлаша. Уны ташсы ярҙамсыһы итеп алалар, иң ауыр эште башҡарырға тура килә.

Йәшлек миҙгелдәре лә хәтерҙә ҡала: эшләгәндән һуң дуҫ ҡыҙҙары менән ботинкаларын таҙартып, урамға йүгерә. Ваҡыт күңелле үтә: ай аҫтында йөрөү, мәҙәктәр һөйләү, гармунға ҡушылып йырлау тиһеңме. Шулай бер ваҡыт, 1957 йылда ул үҙенең буласаҡ ире Шәйхразый менән таныша. Бер аҙҙан йәш ғаилә тыуа. Тиҙҙән уларҙы Стәрлетамаҡ ҡалаһына эшкә ебәрәләр. Ә 1962 йылда инде ике бала менән иренең тыуған ауылы – Усман Ташлыға әйләнеп ҡайталар. 11 йылдан һуң бәхетле ғаиләгә бәлә килә. Тиҙҙән ғаилә башлығы вафат була. Йәүһәриәгә кес кенә өс бала менән төҙөлөп бөтмәгән йорт ҡала. Әммә бәләкәйҙән эшләргә күнеккән Йәүһәриә апай юғалып ҡалмай – өйҙө һалып бөтөрә, балаларын бергә йәшәгән ҡәйнәһе ҡарай, үҙе колхозда һыйыр һауыусы булып эшләй. Киленен хеҙмәт һөйөүсәнлеге өсөн яратҡан ҡәйнәһе уны ул ваҡытта Салауат районы Урман Тауҙа йәшәгән һәм эшләгән кесе улы менән ҡауыштырырға уйлай. Шулай, ағайы вафатынан ете йыл үткәс, кесе ҡустыһы Рифҡәт атай йортона әйләнеп ҡайта һәм Йәүһәриәгә өйләнә. Уларҙың тағын ике ҡыҙы тыуа. Рифҡәт тә, 25 йыл бергә ғүмер иткәндән һуң, 2000 йылда вафат була. Ләкин Йәүһәриә апай бер ҡасан да яңғыҙы булмай: башта Ташкенттан оло ҡыҙы һәм улы ҡайта, хәҙерге ваҡытта янында ғаиләһе менән ҡыҙы Гөлшат йәшәй. Ҡыҙҙарының береһе Мәскәүҙә, ә иң кесеһен, ҡыҙғанысҡа, ул ерләргә өлгөргән. Тормош ауырлыҡтарына ҡарамаҫтан, күңеле менән һын-маған. Йәүһәриә апай ейәндәре тураһыда ҡайғыртып йәшәй, хужалыҡ тотоуын дауам итә.

Ҡатын-ҡыҙҙың тәжрибәһен хәҙерге быуынға еткерәһе килә: кеше үҙ тормошон үҙе төҙөй һәм үҙенә талапсан, хөрмәт менән ҡарарға, теләһә ниндәй шарттарҙа лайыҡлы кеше булып ҡалырға тейеш. Хеҙмәт, намыҫ менән йәшәргә кәрәк. Кешеләргә файҙалы булып йәшәгәндә генә, тормоштоң мәғәнәһе бар.

Читайте нас: