+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
мәкәләләр
2 Октябрь 2019, 17:21

Ләйсән Үтәшева өсөн көтөлмәгән бүләк

Легендар спортсы, художестволы гимнастика буйынса атҡаҙанған спорт мастеры, билдәле телевидение алып барыусыһы һәм модель әйтеүенсә, кесе ватанының иғтибарын ул күптән көткән.

Легендар спортсы, художестволы гимнастика буйынса атҡаҙанған спорт мастеры, билдәле телевидение алып барыусыһы һәм модель әйтеүенсә, кесе ватанының иғтибарын ул күптән көткән.
«Был минең өсөн шундай ҡәҙерле осрашыу. Шул тиклем яҡташтарым менән осрашырға теләгәйнем, хәҙер мин бында. Башҡорт булыуым һәм ошондай тәрбиәм менән ғорурланам», —  тине ул.
Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайынан Әлшәй ҡыҙына муйынса бүләк иттеләр. Бөгөн милли биҙәүес яңырыу кисерә һәм Ләйсәндең стилле образына тап килергә тейеш.
Асыҡтан-асыҡ аралашыуҙа танылған яҡташыбыҙ үҙенең тормош тәжрибәһе менән уртаҡлашты, спортта юғары һөҙөмтәләргә өлгәшеү өсөн ниндәй ауырлыҡтар кисерергә тура килеүе, ғаиләгә ҡарашы, тыуған яғына һөйөүе хаҡында һөйләне.
Ләйсән Үтәшева Мәскәүҙә күптән йәшәүенә ҡарамаҫтан, ул бер ҡасан да республика менән бәйләнешен юғалтмаған, йыл һайын тыуған Раевкаһына ҡайта:
«Өләсәйем менән олатайымдың йорто — көс-ҡеүәт урыны, бында мин генә түгел, тормош иптәшем Павел да, балаларыбыҙ ҙа энергия туплай. Бала саҡта һәр йәйҙе Раевкала үткәрә инем һәм өләсәйемдең ҡушыуы буйынса һыйырҙы көтөүлектән барып ала торғайным. Хәҙер беҙҙең өс йәшлек улыбыҙ Роберт әсәһе шикелле һыйыр артынан барырға хыяллана»!
Мәскәүҙә уҡып йөрөгән Башҡортостан студенттары һәм аспиранттары ассоциацияһы ағзалары иҫтәлеккә ҡурай һәм ҡумыҙ тапшырҙы. Милли уйын ҡоралдарынан бүләк Ләйсәнде шул хәтлем тәьҫирләндерҙе һәм ул ҡурайсы Салауатты Өфөлә үҙе менән бергә сығыш яһарға саҡырҙы. Декабрҙә Башҡортостандың баш ҡалаһында художестволы гимнастика легендаһы Ләйсән Үтәшева «Иң мөһиме хаҡында: Һаулыҡ. Спорт. Карьера» тигән ҙур семинар һәм оҫталыҡ дәресе үткәрә.
Читайте нас: